Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2022, 21:25

РӘМИ ҒАРИПОВ МЕНӘН "ОСРАШЫУ"

Бала саҡтан Рәми Ғарипов ижадына ғашиҡ булдым. Рәми менән берҙе генә булһа ла осрашып һорауҙар бирге килә торғайны.

РӘМИ ҒАРИПОВ МЕНӘН "ОСРАШЫУ"
РӘМИ ҒАРИПОВ МЕНӘН "ОСРАШЫУ"

Рәми Ғариповтың тыуған көнө етһә, үҫмер саҡтағы бер хәл иҫкә төшә. Ниңә улай ҡыланғанмындыр инде... Һеҙгә лә һөйләйем әле:

Апай менән еҙнәй беҙгә улдарын ҡалдырып ҡунаҡҡамы, ҡайҙалыр китте. Ул малайға ул саҡта бер йәш тә булмағандыр ул. Миңә - 17, ике туған һеңлегә 12-13 йәш тирәһе булғандыр. Ул саҡта телефон, интернет юҡ. Бала йоҡлай. Беҙгә "күңелһеҙ" булып китте. Әйҙә, дух саҡырып ҡарайыҡ тинем һеңлемә. Ул минән дә балараҡ бит инде, уға ни барыберҙер инде.
Ҡағыҙ алып һыҙҙым, епле энә алдым. Тәҙрә янында ултырған өҫтәлдә Рәми Ғариповтың йәнен саҡырҙым. Мин тәҙрәгә арҡа менән ултырғанмын, һеңлем киреһенсә тәҙрәгә ҡарап ултыра.
Йәнде саҡырыуың була, ҡулдағы энә ауырая, һорау бирһәң энә хәрефтәр буйлап йөрөй башлай. Мин ептең осонан ғына тотоп ултырам. Энә туҡтаған хәрефтәрҙе ҡушып уҡыһаң, яуап килеп сыға. Әллә күпме һорау бирҙем, яуаптарын иҫләмәйем дә хәҙер. Кире ерҙә йәшәргә теләр инегеҙме тигәнгә, эйе тине былай.
Бер заман бесәй залға килеп инде лә тәҙрәгә ҡарап яман итеп мыяулай башланы. Ике күҙе тәҙрәлә бесәйҙең, аҡайған. Минең ҡот осто. Бесәйҙәр ен-йәнде күрә тигәндәрен ишеткән бар ине. Артыма боролоп ҡарарға ҡурҡтым😨😱😢😨 Һеңлене ҡурҡытып шарылдағы ла килмәй😢 Рәми Ғариповҡа һау булығыҙ тиһәм, энә ЮҠ тигән яҙыуға бара ла тора. Бер мәл тәҙрә төбөнә һалған заколкам (тәҙрә төбө киң ине ул) шатор-шотор иҙәнгә килеп төштө😨😨😨 Ҡурҡыштан хәл бөттө, аяҡтар ҡалтырай)))))))))))))) Зинһар өсөн китегеҙ, тип инәлеп саҡ ебәрҙем, һау бул тип яҙҙы ла китте, энә еңеләйҙе һәм шылыуҙан туҡтаны. Бесәй ҙә тынысланды😒

Башҡа булышманым был нәмә менән. Хәҙер ныҡ ҡурҡам))))

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: