Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2021, 20:30

КҮРШЕМ МИНЕ "ҮЛТЕРГӘН"

Бынау ирҙең ҡатыны яңыраҡ ҡына үлде. Балалары әсәйһеҙ ҡалды инде, йәлләйем килеп тороп. Ҡайһы саҡ, ирҙе бошонҡо күрһәм, йәлләп китәм, тик ҡайһы саҡ машинаһына инеп ултырып ала ла телефонына ҡарап йылмая, кемдер менән көлә-көлә һөйләшә. Әллә ҡайғырмай ҙа инде. Шул сағында сығып туҡмағы килә...

Яңы йорттан фатир алып йәшәй башлауыбыҙҙың өсөнсө йә дүртенсе генә йылы булғандыр. Бер подъезда йәшәүселәр бер-беребеҙҙе йөҙгә танып, һаулыҡ һорашып үтә инек. Танышып, ҡатыша башлаусылар ҙа булды.
Бер мәл икенсе ҡатта йәшәүсе йәш ғаилә түшәктә ятҡан ҡартатаһын алып баҡты. Уныһы күп тә үтмәй мәрхүм булып ҡуйҙы. Билдәле, күпләп кешеләр йыйылды, аяттар уҡытылды, ҡартты һуңғы юлға подъезд янынан оҙаттылар.
Нишләптер беренсе ҡатта йәшәүсе ҡатын шул саҡ мине үлгән тип уйлаған. Бер подъезда йәшәһәк тә күптән күрешмәгәс, мине юғалтғандыр инде. Шул мәлдәрҙә минең ир подъезд янында ултырған машинаһы янында өйөрөлөп йөрөгән. Ҡайһы саҡ етди йөрөһә, ҡайһы саҡ ҡулындағы телефонына бағып көлөп-йылмайып ала икән. Ошоно тәҙрәһе аша күҙәтеп ултырған тәүге ҡаттағы ҡатын аҙаҡ икенсе күршегә һөйләгән:
--Бынау ирҙең ҡатыны яңыраҡ ҡына үлде. Балалары әсәйһеҙ ҡалды инде, йәлләйем килеп тороп. Ҡайһы саҡ ирҙе бошонҡо күрһәм йәлләп китә инем, тик ҡайһы саҡ машинаһына инеп ултырып ала ла телефонына ҡарап йылмая, кемдер менән көлә-көлә һөйләшә. Әллә ҡайғырмай ҙа инде. Шул сағында сығып туҡмағы килә, брәме, -- ти икән.
Быны ишеткән икенсе күршемдең күҙе түбәһенә менгән:
--Атаҡ, уның ҡатыны нишләп үлһен инде. Бөгөн генә күреп һөйләшеп торҙом.
Мине “үлтергән” ҡатын быны ишетеп үҙе аптыранған: “Нишләп нәҡ шул ҡатын үлгән тип уйланым икән ул?”
Ысынлап та, беҙҙең подъезда 15 фатир. Фатир һайын ғаилә йәшәй. Шулар араһынан ниңә нәҡ мине “үлтерҙе” икән ул? Шулай ҙа рәхмәтлемен күршемә. Ниндәй хәлдә лә мине яҡларға әҙер бит.
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: