“Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” республика акцияһында ҡатнашыусылар сибайҙарға ысын мәғәнәһендә сағыу авиацион шоу бүләк итте. Аэропорт биләмәһендә ул көндө баҫырлыҡ урын булманы: тамашасылар осоу аппараттарының һәр сығышын ихлас күҙәтте. «Ромб», «уҡ», «клин», «этажерка» һәм иң аҙаҡтан яһалған «ләлә» фигураларын летчиктар бик оҫта яһаны. Сибайға ул көндө Первушино аэродромынан бәләкәй авиацияның ике урынлыҡ 6 самолеты, атап әйткәндә ике «Саванна», «Роланд», «Бекас», «Текнам» һәм «Мауль» самолеттары осоп килде. Үҙенсәлекле һауа шоуынан һуң летчиктар ҡалалаштар һәм ҡунаҡтар менән фото төштө, автографтар бирҙе. Шәмбе улар Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында сығыш яһаны.