Общие статьи
29 Июня 2021, 09:14

Баймаҡта балалар Һабантуйы гөрләне

Баймаҡта район мәғариф бүлеге, мәғариф учреждениелары һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары ҡатнашлығында балалар өсөн Һабантуй байрамын үткәреү матур йолаға әйләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Граф» күле янында тағы ла бер күркәм байрам - балалар Һабантуйы гөрләп үтте. Баймаҡта район мәғариф бүлеге, мәғариф учреждениелары һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары ҡатнашлығында балалар өсөн Һабантуй байрамын үткәреү матур йолаға әйләнде.
Байрам сараһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары А.Ш. Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г.Г.Ҡолһарина, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Г. Әминев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Уларҙы Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей уҡыусылары ҡаршы алды.
Ҡунаҡтар төрлө милли уйындар майҙансыҡтарын ҡараны, йәш таланттар менән танышты.
Һабантуйҙа балаларҙа, йәштәр ҙә рәхтләнеп уйнаны, конкурстарҙа ҡатнашты, йырланы, бейене, яҡшы кәйеф менән өйҙәренә таралышты.
Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас