Редакциябыҙға ошондай хат килеп төштө. Бәлки, йәш ҡатынға кәңәш биреүсе табылыр.
“Һаумыһығыҙ! Анонимно булһын инде.
Мин етеммен. Мин бала саҡта уҡ әсәйем вафат булған. Атайым менән ҡартәсәйем үҫтерҙе беҙҙе. Апайым әҙме-күпме булһа ла әсәй наҙын татып ҡалһа, мин йүнләп иҫләмәйем дә. Апайым менән икебеҙ араһында йәш айырмаһы ун йыл. Арабыҙҙа бер малай булған, бала сағында фажиғәле үлгән.
Әсәйем үлгәс, атайым эсеүгә бирелде. Ҡартәсәйем матур ҡараны беҙҙе. Апайым кейәүгә сыҡты. Ҡартәсәйем мине балалар йортона бирҙе. Үлеп китһәм, ҡарауһыҙ ҡалмаһын тигәнме икән... Ысынлап, йөрәк сиренән мәрхүмә булды ул. Балалар йортонан атайыма унда-бында килеп йөрөнөм, апайым да ялға алғыланы. Шулай ҙа үҙемде яңғыҙ тойҙом, ә атайым үлеп киткәс, терәкһеҙ ҡалғандай булдым. Тиңдәштәрем менән эсергә, тартырға өйрәнеп киттем. Бер мәл кафела бер егет менән таныштыҡ. Дуҫлашып киттек. Ул миңә терәк-таяныс булырға теләне, һәр хәлдә шулай тойолдо, аңланы, көн дә шылтыратты. Мәктәпте тамамлап, 18 йәшем тулыуға опека бүлеге миңә фатир юллашты. Был саҡта егетемдән ауырлы ла инем. Туй ҙа булманы, ЗАГС-ҡа ла торманыҡ. Балам тыуғас, уны үҙ фамилияма яҙҙым.
Фатир бар, законлы яҙылышмаһаҡ та ирем бар, балам бар. Барыһы ла теүәл һымаҡ. Тик ир тигәнем йөрөй башланы, эшләһә - эшләне, эшләмәһә юҡ. Йәнем көйөп, фатирыма индермәһәм, төнө буйы ишек туҡмай, күршеләр полиция саҡырта. Шулай ҡаңғырһаҡ та, йәшәнем инде, ситтән тороп юғары белем дә алдым, машина йөрөтөүгә лә уҡып алдым. Ауылдан ҡәйнәм килеп баланы ҡарашты.
Эшкә төшөп, эшләп киткәйнем, йәнә ауырға ҡалдым. Әле декреттамын. Ә ир шул килеш... Бер эшләй, бер эшләмәй. Аҡса ла булмай китә. Һаман законлы яҙылышмағанбыҙ. Иң ҡыйыны шул – әҙер фатирға килеп инде, әммә мине мыҫҡыл итеп өҫтөмдән йөрөй. Кемдәр менән йөрөгәнен дә беләм хатта, үҙенен күпкә оло ҡатындарға ла бара.
Сығып кит тиһәм, сыҡмай. Индермәһәм ҡурҡытып барыбер инә. Закон менән ҡурҡытыр инем, үҙем дә уға өйрәнгәнмен, ахыры. Әллә яңғыҙ ҡалырға ҡурҡаммы икән? Унһыҙ донъямды күҙ алдына ла килтермәйем, өйрәнгәнмен...Әммә былай түҙерлек тә түгел. Үҙем үҙемдә буталғанмын.
Сәкинә.”