Бер еңеү ҙә еңел бирелмәй, уны быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурс мәлендә Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡының һәр кеме үҙ иңендә татыны, әммә яуланғаныңды тейешле кимәлдә тотоу икеләтә көс, яуаплылыҡ талап итә. Быны Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы яҡшы аңлай. Былтыр көҙ барлыҡҡа килгән Ҡоролтай Аллеяһын төҙөкләндереү, йәшелләндереү эше әле лә дауам итә. Ошо көндәрҙә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ҡойманы буяны, үҫенте араларындағы ҡый үләндәрен йолҡто, йәш ҡарағайҙарға Һаҡмар йылғаһынан алып һыу ҡойҙо. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ көндәлек эштәренән арынып, "ауылым" тип бөтә тырышлығын һалған гүзәл заттәрға "афарин"дан башҡа һүҙ юҡ. Хоҙай Тәғәлә һәр берегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар бирһен тип теләйһе килә.