Йәш кесерткәндең япраҡтарын турап, пластик йә ағас һауытҡа һалырға. Тимер һауыт ҡулланырға тырышмағыҙ, металл менән реакцияға инеп файҙалы матдләр юҡҡа сығыуы бар. Туралған кесерткән өҫтөнә йылы йәки ҡайнар һыу һалып ҡапҡас ҡапларға һәм 14 көн төнәтергә кәрәк. Тиҙерәк әсеһен тиһәгеҙ, бер аҙ сөпрә ҡушһағыҙ ҙа була. Ашламаға 1:10 иҫәбенә һыу ҡушып болғатырға һәм үҫемлектәрҙең тамырына һиберегә. Уларҙы 14 көнгә бер тапҡыр туҡландырыу ҙа етә. Япраҡтарға һибеү өсөн ашлама 1:20 иҫәбенә алына.
Һарымһаҡ, ҡуҙаҡлы үҫентеләренән тыш ашламаны бөтә баҡса культураларына һибергә мөмкин. Ул үҫемлектәрҙе туҡландырып ҡына ҡалмай, зарарлы бөжәктәрҙән дә һаҡлай.