АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2021, 11:34

Прививкаһыҙ магазиндарға инеү тыйыла

һинд штаммы Ухань штаммынан үтә агрессив булыуы менән айырыла. Кеше организмына эләккәс тә үпкә шешә, арҡа, баш ауырта, ашҡаҙан, эсәк эшмәкәрлеге боҙола, кешене ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аяҡтан йыға. Коронавирус тарала башлағандан алып Мәскәүҙә генә 21276 кеше вафат булған.

Коронавирус инфекцияһын китмәҫкә килгән тигәндәре дөрөҫмө икән әллә? Ниндәй генә һаҡланыу сараларын ҡулланыуға ҡарамаҫтан ул таралыуын дауам итә. Мәскәүҙә генә тәүлек эсендә өс мең кеше COVID-19-ҙы йоҡторған. Бында мутацияланған һинд штаммы ныҡлы тарала. Ул Ухань штаммынан агрессив булыуы менән айырыла. Кеше организмына эләккәс тә үпкә шешә, арҡа, баш ауырта, ашҡаҙан, эсәк эшмәкәрлеге боҙола, кешене ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аяҡтан йыға. Коронавирус тарала башлағандан алып Мәскәүҙә генә 21276 кеше вафат булған.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәритов етәкселегендә 17 июндә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән брифинг үткәрелде. Бында зәһәр инфекцияның таралыуына ҡаршы тороу өсөн юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелде.
2021 йылдың 22 июненән:
ябыҡ биналарҙы эшләгән музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханға, театр, кинотеатр, концерт залдарына, киң күләмдә үткәрелгән спорт һәм физкультура сараларына, дискотекаларға коронавриус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткәндәр, организмда вирусҡа ҡаршы тороу матдәләре булыу (антитела) тураһындағы белешмәләре булғандар ғына индерелә.
29 июндән 10 урынлыҡ йәмәғәт туҡланыу урындарына, матурлыҡ салондарына, бөҙрәханаларға, йәмәғәт мунсаларына, массаж салондарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, санаторийҙарға, уҡыу йорттарының дөйөм ятаҡтарына прививкаһы һәм белешмәләре булмағандар индерелмәй.
Хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгән ойошмаларға, магазиндарға, башҡа тауарҙар тәҡдим итеүселәргә прививка һәм белешмәләре булмағандарҙы ҡабул итеү тыйыла.
Ҡарар 2021 йылдың 22 июненән үҙ көсөнә инә.