16 июндә Талкаҫ күле янында урынлашҡан ,,Орлёнок'' балалар һауыҡтырыу лагеры ял итергә теләүселәргә үҙ ишектәрен асты. Лагерҙа Башҡортостан Республикаһының төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан йыйылған балалар рәхәтләнеп ял итәсәк. Бында һәр баланың ҡыҙыҡһыныуына ҡарап төрлө түңәрәктәр, спорт һәм күңел асыу программалары эшләй. Бынан тыш ял итеүселәргә 6 тапҡыр сәләмәт туҡланыу ойошторолған.