Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь 2021, 12:00

Поп-итмы, тал сыбығымы?

Инглиз ғалимдары был уйынсыҡтарҙы нерва системалары ҡаҡшаған, гиперактив һәм иғтибар дефициты синдромы менән аурығандарға, аутизм диагнозы ҡуйылған балаларҙы тынысландырыу, иғтибарҙарын айырым әйбергә йәлеп итеү өсөн уйлап сығарған.

Каникулға сығып, урамда уйнап, велосипедта, самокаттарҙа йөрөп, туп тибеп рәхәтләнеп ял итәһе урынға балаларым стрессты бөтөрөү өсөн поп-ит, симпл димпл уйынсыҡтарын һорап аптырата башланы. Аптырағас: “Стересс нимә ул?-тип һорайым. Береһе уҡыуҙы тамалауын стресс тип аңлатһа, икенсеһе: Балалар баҡсаһында нерва бөтмәйме әллә?-тип үк ебәрҙе. Улар, хатта, баҡсала сүп утарға риза булып киттеләр, тик шул нимәләрҙе алып бир генә.
Нимә һуң ул исемдәре ҡолаҡҡа ятмаған уйынсыҡтар? Поп-ит тигәне инглиз теленән “шартлат мине” тип тәржемә ителә, симпл димпл –“шартламаусы шар”. Инглиз ғалимдары был уйынсыҡтарҙы нерва системалары ҡаҡшаған, гиперактив һәм иғтибар дефициты синдромы менән аурығандарға, аутизм диагнозы ҡуйылған балаларҙы тынысландырыу, иғтибарҙарын айырым әйбергә йәлеп итеү өсөн уйлап сығарған.
Беҙҙең илдә лә был уйынсыҡтар популяр була башлағас, ата-әсәләр уның бала һаулығына зыянлы булыу-булмауҙы белеү өсөн Роспотребнадзорға мөрәжәғәт иткән. Белгестәр уйынсыҡтың бер ниндәй ҙә кире тәҫьир итеүен тапмаған. Ул киреһенсә аралашыу барышында, сығыш яһағанда ҡаушаған балаларға ҡулланырға кәңәш иткән. Уйынсыҡты алғанда уның сифатына һәм еҫенә иғтибар итергә кәрәк икән. Ул йомшаҡ һәм пластик еҫле булһа, арзан материалдарҙан эшләнгән. Еҫе аллергия менән йонсоғандарға бик тә зыянлы. Шулай уҡ был уйынсыҡты бәләкәс балалар сәйнәп өҙөп, киҫәктәре тамаҡҡа тороу ҡурҡынысы бар.
Үҙебеҙҙең бала саҡты хәтерләһәң, ҡалай ябай ғына йәшәгәнбеҙ, тип уйлап ҡуяһың. Сүп утамаһаң, баҡсаға һыу ҡоймаһаң, сепеш көтөргә теләмәһәң янда ғына тал сыбығының сыйнауы була, стресс та тарала, эш тә эшләнә ине. Хөрмәтле дуҫтар, был уйынсыҡтар тураһында һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Комментарийға үҙ фекерегеҙҙе яҙығыҙ.
Читайте нас: