АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2021, 10:57

Вәт исмаһам Күгиҙелдәр!

Кисә сираттағы командировкала Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында булдыҡ. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Азамат Фәзлиәхмәт улы Нарынбаев һәм китапхана мөдире Әлиә Хәмитйән ҡыҙы Дауытбаева бик матур осрашыу сараһы ойошторҙо.

Кисә сираттағы командировкала Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында булдыҡ. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Азамат Фәзлиәхмәт улы Нарынбаев һәм китапхана мөдире Әлиә Хәмитйән ҡыҙы Дауытбаева бик матур осрашыу сараһы ойошторҙо. “Атайсал” гәзите редакторы Х.Н. Тапаковтың ижады, гәзитебеҙҙә күтәрелгән проблемалар буйынса бик йылы әңгәмә үткәрелде. Сараны ауылдың ветерандар советы рәйесе, ғөмүмән талантлы гармунсы Әхәт Урмантаев, үҙҙәре ижад иткән йырҙары менән "Ағинәйҙәр" клубы биҙәне. Күгиҙелдәр сюрпризһыҙ ҙа ҡалдырманы беҙҙе. "Ағинәйҙәр" клубы етәксеһе Сания Әхмәзыя ҡыҙы Манапова яҙып биргән шиғырҙар һәм Хәйҙәр Ниғәмәт улы менән берлектә сәхнәләштерелгән "Табын" әҫәре осрашыу сараһының йәменә әйләнде.
Шул тиклем йылы ҡаршы алған ауыл халҡына бүләктәр өләшмәйенсә ҡалманыҡ. Яҙылыусыларыбыҙ араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәрҙек. Шулай итеп 4 метрлыҡ үҫентеләр ҡаплау ҡоролмаһын (мини-теплица) клуб мөдире Азамат Фәзлиәхмәт улы отоп ҡыуанды. Баймаҡ районы Билал ауылы советы башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы Саптаров гәзиткә яҙылыусыларҙың береһен дә бүләкһеҙ ҡалдырманы. Шулай итеп, Күгиҙелдәр ауыл советы башлығынан да ҡыҙыҡлы приздар отоп, яҡшы кәйеф менән таралышты.