Балыҡ тотоуҙа сирек быуаттан ашыу тәжрибәһе булған балыҡсы ошо имәнес нәмәне күреп аптырауға ҡалған. Һаҡмарҙан ғәҙәттәгесә балыҡ тотоп алып ҡайта ул. Ҡайтып иғтибар менән ҡараһа балыҡҡа йәбешеп торған ошо “йән эйәһен” күрә. Ҙур ҙа түгел, 4 мм барҙыр. Фотоға төшөрөп ҙурайтып ҡарай. Ике күҙе “тапайып” ятҡан был нәмәнең ни икәнен белә алмай йонсой. Ярай әле, интернет бар. Баҡтиһәң, был балыҡтың бете икән! Был паразитты аргулюс тип йөрөтәләр. Улар өс сантиметрғаса ҙурая ала. Был паразит һыуыҡҡа ла, эҫегә лә бирешмәй. Термик эшкәртеүҙә үлә, шуға кешегә хәүеф уятмай.