Йылайыр районы ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү йыйылып “Ҡатын-ҡыҙҙар тыуған ауылдың матурлығы яҡлы” акцияһы сиктәрендә сәскәләр ултыртырға сыҡты. Дөйөм көс менән район үҙәгендәге түтәлдәр рәткә килтерелде, бөтәһе 100-гә яҡын петуния сәскәләре ултыртылды. Тимәк йәй буйына сағыу сәскәләр үҙ матурлыҡтары менән Йылайыр ауылы халҡына һәм ҡунаҡтарға яҡшы кәйеф бүләк итәсәк!
Район халҡы акцияны ойоштороусы Нина Михайловна Варданянға, барлыҡ бағыусыларға, ветеран ҡатын-ҡыҙҙарға һәм сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерҙе.