АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2021, 09:14

Рәсәй-беҙҙең йорт

Хәйбулла районы Подольск мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балаларға Рәсәй көнөнә бағышлап “Рәсәй-беҙҙең йорт” тип исемләнгән байрам сараһы ойошторҙо.

Хәйбулла районы Подольск мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балаларға Рәсәй көнөнә бағышлап “Рәсәй-беҙҙең йорт” тип исемләнгән байрам сараһы ойошторҙо. Ойоштороусылар балаларға байрамдың тарихы тураһында һөйләне һәм уның Рәсәй халҡын берләштереп, үткәндәргә ихтирам, Ватанға һөйөү уятыуын, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында хәстәрлекте үҙ эсенә алыуын билдәләп үтте.
Артабан балалар командаларға бүленеп викторинала ҡатнашты. Рәсәйҙең мәҙәниәте, тарихы тураһындағы ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Шулай уҡ ил тураһындағы мәҡәлдәр әйтеү, әкиәттәр һөйләү конкурстары ойошторолдо.