АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2021, 16:15

ҠАЙҘА ЯЛ ИТЕРГӘ?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Республикаға идара итеү үҙәге менән берлектә ойошторолған туристик миҙгел мәсьәләләренә арналған брифингтар дауам итә. Бөгөн, 10 июндә, 19.00 сәғәттә тура эфирҙа – сираттағы һөйләшеү. Йәйге ял өсөн яуаплы белгестәр балаларҙың һауыҡтырыу кампанияһы, ғаилә менән ял итеү, туристик маршруттар, хәүефһеҙлек талаптарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Республикаға идара итеү үҙәге менән берлектә ойошторолған туристик миҙгел мәсьәләләренә арналған брифингтар дауам итә.
Бөгөн, 10 июндә, 19.00 сәғәттә тура эфирҙа – сираттағы һөйләшеү.
Йәйге ял өсөн яуаплы белгестәр балаларҙың һауыҡтырыу кампанияһы, ғаилә менән ял итеү, туристик маршруттар, хәүефһеҙлек талаптарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.
Теләге булған һәр кем “Бәйләнештә” селтәрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының https://vk.com/wall-27097047_252736 һәм Башҡортостан Республикаһының идара итеү үҙәгенең төркөмдәрендә https://vk.com/tsur_bashkortostan әле үк һорауҙарын ҡалдыра ала.
Шулай итеп, бөгөн, 10 июндә, 19.00 сәғәттә БЮТ каналын ҡарағыҙ!