Яҙ етеү менән кем уҙарҙан ярышып баҡса ултырта башлайбыҙ. Кемдер йәй буйына сәскәләр үҫтереп кинәнә, кемдер йәшесә, файҙалы үләндәр үҫтереү менән мауыға. Быға тиклем үҙ участкаңда ромашка һәм бәпембәне үҫтерергә ярамағанлығы тураһында яҙғайныҡ инде. Хәҙер иһә сират петрушка үләненә еткән. Уның орлоҡтарынан һығылған май кеше организмына зыянлы икәнлеге билдәле булған.
Баҡсасыларға петрушканы ултыртыу тыйылмай. Тик уны май һығыу өсөн үҫтереү осрағы асыҡланһа, хужалар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Бында иһә 40 меңгә тиклем штраф, 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эшләтеү, ике йылға тиклем төҙәтеү эштәрен башҡарыу, өс айлыҡ эш хаҡынан йә башҡа килемдән түләтеү, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.