АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2021, 15:15

Йәй—туйҙар мәле

--Йәй – никахтарға бай булмаҡсы. Июнь айында 50-нән ашыу пар йәрәшһә, июлдә — 40, августа 42 йәш ғаилә барлыҡҡа килеүе көтөлә. Был һандар көндән-көн күбәйә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өйләнешергә теләүселәр ғаризаны бер ай алдан бирә. Шуға күрә йәйҙең матур мәлдәрендә —июль, августа ҡауышырға теләүселәргә ғариза бирергә әлегә һуң түгел,--ти Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.Тулыраҡ сайтта.

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 2021 йылдың 5 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Был ваҡыт арауығында бүлектә “Демография” милли проекты сиктәрендә бик күп эштәр атҡарылған.
--Йәй – никахтарға бай булмаҡсы. Июнь айында 50-нән ашыу пар йәрәшһә, июлдә — 40, августа 42 йәш ғаилә барлыҡҡа килеүе көтөлә. Был һандар көндән-көн күбәйә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өйләнешергә теләүселәр ғаризаны бер ай алдан бирә. Шуға күрә йәйҙең матур мәлдәрендә —июль, августа ҡауышырға теләүселәргә ғариза бирергә әлегә һуң түгел,--ти Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.--Ғаилә ҡорорға теләгән йәштәр, илебеҙҙең ниндәй генә тарафтарында йәшәүенә ҡарамаҫтан, йыл аҙағына ҡәҙәр никахтарының датаһын, айын билдәләп сараны үткәрергә теләгән ерлеккә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза тапшыра ала.

Быйыл бергә йәшәүҙәренең 50, 60, 70 һәм 75 йыллыҡтарын билдәләүселәрҙән дә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Был хаҡта тулы белешмә алыу өсөн ЗАГС бүлегенең 5-93-57 телефон һандарына шылтыратырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа күрә, юбилярҙарға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләүгә майҙа ғына контракт төҙөлгән. Бүләктәр ҡала һәм райондарға килеп еткәс тә, уларҙы хужаларына тантаналы рәүештә тапшырасаҡтар.

Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығының тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһының юстиция дәүләт комитетының 2020 йылдың 16 июнендәге 248-се приказына ярашлы, никах теркәүҙә кейәү, кәләш һәм 10-дан да күп булмаған ҡунаҡтар ғына ҡатнаша. Улар ҙа метр ярым социаль арауыҡты һаҡларға бурыслы.
Төбәктең мәҙәниәт учреждениеларында һәм йәмәғәт урындарында коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр бөтөрөлһә лә ЗАГС бүлегендә 2020 йылдың 16 июнендә ғәмәлгә ингән сикләү әлеге көндә лә үҙ көсөн юғалтмай. Йәштәр никахтарын рәсми теркәү тантанаһына 10-дан артыҡ кешене саҡыра алмай. Шулай уҡ залда метр ярым арауыҡтағы социаль дистанция һаҡланырға тейеш.
Бындай сикләүҙәр ауырыу таралмаһын өсөн эшләнә.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография
фото асыҡ сығанаҡтарҙан