АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь 2021, 16:12

Спортсылар үҫә

Хәйбулла районының йыйылма командаһы был мәртәбәле ярышта Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны һәм һынатманы.

1-7 июндә Краснодар крайының Анапа ҡалаһында 13-14 йәшлек балалар араһында лапта буйынса бөтә Рәсәй “Алтын лапта” ярышы уҙғарылды. Хәйбулла районының йыйылма командаһы был мәртәбәле ярышта Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны һәм һынатманы. Белгород, Силәбе, Тула ҡалаларынан килгән командаларҙы еңеп өсөнсө урын яуланылар!
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, артабан да тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!