Общие статьи
2 Июня 2021, 09:55

ЯУА, ЯУА...ТИК ЯМҒЫР ТҮГЕЛ...

Ҡайҙалыр ямғыр, ҡайҙалыр борсаҡ яуа, ә Сибайҙа…

Ҡайҙалыр ямғыр, ҡайҙалыр борсаҡ яуа, ә Сибайҙа…ямғыр ҙа юҡ, борсаҡ та юҡ, бары тирәк мамығы ғына…
Йәй етһә, Сибай урамдары ап-аҡ була. Йонсотҡос был тирәк мамығы ябалаҡлап яуған ҡармы ни?!
Был мәлдә айырыуса аллергия, бронхиаль астма, тын юлдары сирҙәре менән яфаланыусылар интегә. Битлек кейеп, дарыу ашап ҡына хәлдәрен еңелләштерәләр.
Өйгә тирәк мамығы инмәһен өсөн тәҙрәгә махсус сетка ҡуйырға, өйҙә саң-туҙанды йыш ҡына еүешләп һөртөп торорға тура килә.
Ә һеҙҙә нимә яуа?
Читайте нас