Сибай педагогия колледжының беренсе директоры Б.М. Мәмбетҡолов тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы тарих уҡытыусыһы З.А. Смакова етәкселегендә митинг ойошторолдо. Сарала колледж уҡытыусылары, студенттар, крайҙы өйрәнеүсе, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре И.Н. Бикмәтов, Бәҙри Мөжәүир улының ҡыҙы Клара Мәмбәтҡолова һәм уның туғандары ҡатнашты.
Сара ҡунаҡтарын педагогия колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлсәсәк Рәил ҡыҙы Йомағолова сәләмләне:
-Сибайҙа педагогия колледжын булдырып, ныҡлы аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс һалыусы директорыбыҙ Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 110 йыл тулыуын билдәләү юҡҡа ғына түгел. Ул ваҡытында башҡорт балаларына белем биреүҙе, уларҙы һөнәрле итеүҙе маҡсат итеп ҡуйып, уҡыу йорто өсөн янып йәшәгән етәксе. Ошо көндәрҙә беҙҙең уҡыу йортона Бәҙри Мөжәүир улының исеме биреләсәк. Был, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ: студенттарҙы яңы эштәргә ҡанатландырыр, ә коллективҡа директор рухына тағы ла тырышып, сәмләнеп эшләргә көс бирер тип ышанғы килә. Уҡыу йорто киләсәктә ниндәй булыры үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә студенттарға Сибай педагогия колледжы студенты исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөүҙәрен, тырышып уҡыуҙарын һәм тормошта тәүге директорыбыҙ кеүек лайыҡлы кеше булыуҙарын теләйем!
Ҡунаҡтар алдында Сибай педагогия колледжы һәм сәнғәт колледжы студенттары матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Артабан ҡунаҡтар директор Бәҙри Мөжәүир улы иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә һалдылар.
-Атайымды шул тиклем ҙурлауығыҙға ысын күңелдән бар балалары исеменән рәхмәтемде белдерәм. Ул эштә лә, тормошта ла янып йәшәне. Үҙ балаларын ғына ҡайғыртманы, бөтә Урал аръяғында йәшәгән балалар белем алһын, һөнәрле булһын тип тырышты. Бөйөк Ватан һуғышына ла үҙ теләге менән киткән илебеҙҙең аҫыл улы ул. Шуны әйткем килә, йәштәр ҙә үҙ иленең патриоты булып, Ватанды һөйөп йәшәһәләр киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа булыр ине,- тине сараны тамамлап Клара Мәмбәтҡолова.