Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2021, 15:00

ИХ, КҮҢЕЛЛЕ ЯЛ ИТТЕК!

Көн дә төрлө дауалау процедуралары үттек: дауалау күнекмәһе, фитосәйҙәр, физкабинет, ҡойо менән дауаланыу, төрлө-төрлө шифалы ванналар, тоҙ шахтаһында ултырыу массаж, скандинав йөрөшө менән атлап йөрөү, бассейнда йөҙөү. Быларҙың барыһы ла файҙаға ғына булды...

Беҙ, Баймаҡ районының бер төркөм педагогтары, май байрамдарында Бөтә Рәсәй мәғариф профсоюзының Баймаҡ бүлегенән алған юлламалар менән Сибай шифахана-профилакторийында ял итеү бәхетенә ирештек.
Көн дә төрлө дауалау процедуралары үттек: дауалау күнекмәһе, фитосәйҙәр, физкабинет, ҡойо менән дауаланыу, төрлө-төрлө шифалы ванналар, тоҙ шахтаһында ултырыу массаж, скандинав йөрөшө менән атлап йөрөү, бассейнда йөҙөү. Быларҙың барыһы ла файҙаға ғына булды. Шул уҡ ваҡытта Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы менән танышырға ла, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Еңеүҙең 76 йыллығына арналған “Еңеү яҙы” тигән бик бай йөкмәткеле концерт программаһын ҡарау ҙа, изге Рамаҙан айында Арҡайым ҡасабаһының мәсетенә экскурсияға барыу ҙа тик матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Ә инде йәмле май кистәрендә шифахана-профилакторий баҡсаһында матур итеп “түңәрәк өҫтәл” ойоштороп, бер-беребеҙ менән танышып, эш буйынса кәңәшләшеп йыйылышып ултырыуҙар күңелгә йылылыҡ ҡына өҫтәне. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте һәм айырылышыр минуттарыбыҙ тиҙ етте лә ҡуйҙы.
Ошондай күңелле, файҙалы ял ойошторғандары өсөн Баймаҡ мәғариф бүлегенә, профсоюз ойошмаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡтың нығын, эштәрҙең уңын, тормоштоң матурлығын һәм йәмен тойоп, балалар ҡыуанысына төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ун көн дауамында һаулығыбыҙҙы нығытып, дәртләнешеп кире эшкә килдек.
Р.Р.Әхмәтшина,
Баймаҡ районы Төркмән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.