АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Мая 2021, 11:00

Япон диңгеҙен дә күрҙе был баш

Пионер булараҡ башта класта отряд рәйесе булһам, аҙаҡ дружина советы председателе булып киттем. Яҡшы өлгәшеүем, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегем Алыҫ Көнсығыштың Владивосток ҡалаһы янындағы “Океан” Бөтә Союз пионер лагерына путевка менән баһаланды. Өфөнән Свердловскийға,Свердловскийҙан Иркутск аша Владивостокка самолет менән көнө буйы остоҡ. Барып төшһәк, унда ла яп-яҡты. Төндө күрмәнек шулай. Ҡайтҡанда киреһенсә, төн осҡайныҡ, Свердловскийға төндә килеп төштөк. Шулай итеп пионерия арҡаһында Тымыҡ океандың Япон диңгеҙен барып күрҙе был баш. Һаман да шунда лагерҙа бергә булған илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған ҡыҙҙар-егеттәр менән һаман аралашабыҙ.

1922 йылдың 19 майында Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында бөтә ерҙә пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Оҙаҡ ваҡыт был көн Пионерияның тыуған көнө булараҡ билдәләнде. Пионер значогының биш мөйөшө Ер шарында булған биш ҡитғаның дуҫлығы тигәнде аңлатты. Ҡыҙыл галстук ҡыҙыл флагтың бер өлөшө булараҡ ҡабул ителде. "Һәр ваҡыт әҙер" тигән девиз ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү тигәнде аңлатты. Берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ сифаттары һәр быуында ла булырға тейеш, тип өйрәттеләр беҙҙе. Коллективҡа тупланыу, бер-береңә ярҙам итеү, өлкәндәрҙе, уҡытыусыларҙы хөрмәт итеү алға һөрөлдө.
Мәҫәлән, Сибай интернат-мәктәбенә уҡырға килгәс беҙҙе бер коллективҡа тап пионерҙар ойошмаһы тупланы. Әсәһе мәрхүм булғас, оло ағаһына эйәреп интернатҡа килгән Әбделғәлим Сараев беҙҙән бер йәшкә бәләкәй ине. Уны директорыбыҙ Самат Мөхәмәтйәнов йәлләп уҡырға алған. Ятаҡта йәшәй, 10-сы мәктәпкә йөрөп 3-сө класта уҡый, ә беҙ 4-селәбеҙ бит инде. Самат Абдрахим улы: “Шул баланы ҡанатығыҙ аҫтына алығыҙ инде, Гөлдәр, һин уны ҡара, уҡыт!—тине. Уҡыттыҡ, кеше иттек, хатта 3-сө кластан уҡ 4-сегә күсереп алып үҙебеҙгә эйәртеп алып киттек тә барҙыҡ. Әбделғәлим беҙҙең менән бергә 11-се класты уңышлы тамамланы. (фотола Әбделғәлим иенән).
Бына ҡайҙа пионерияның көсө! Беҙҙең отрядта һөйрәлеп йөрөгән кеше булырға тейеш түгел тип тырышып уҡыныҡ, эшләнек, ял иттек. Класыбыҙҙан Илдар Хабилов Ҡара диңгеҙ буйындағы “Артек” Бөтә Союз пионер лагерында ял итте.
Пионер булараҡ башта класта отряд рәйесе булһам, аҙаҡ дружина советы председателе булып киттем. Яҡшы өлгәшеүем, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегем Алыҫ Көнсығыштың Владивосток ҡалаһы янындағы “Океан” Бөтә Союз пионер лагерына путевка менән баһаланды. Өфөнән Свердловскийға,Свердловскийҙан Иркутск аша Владивостокка самолет менән көнө буйы остоҡ. Барып төшһәк, унда ла яп-яҡты. Төндө күрмәнек шулай. Ҡайтҡанда киреһенсә, төн осҡайныҡ, Свердловскийға төндә килеп төштөк. Шулай итеп пионерия арҡаһында Тымыҡ океандың Япон диңгеҙен барып күрҙе был баш. Һаман да шунда лагерҙа бергә булған илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған ҡыҙҙар-егеттәр менән аралашабыҙ.
Пионерҙан һуң иңде тырышып устав ятлап комсомол булып киттек. Унда инде 2 тин взнос түләй инек. Бергә комсомолға ингәс, ул ваҡыттағы класташ, хәҙер инде ирем: “Мәктәптән 2 тин һорай башлағайны, әле лә шул ғәҙәтен ҡуймай аҡса таптыра”,-- тип көлә. Быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих...
Читайте нас