Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2021, 16:13

Афарин, Аделина!

Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡыусылары республика конкурстарында ҙур еңеүҙәр яулап, уҡыу йортоноң данын күтәреүен дауам итә! Ошо көндәрҙә еңеүҙәр тупланмаһына тағы ла бер миҙал өҫтәлде.Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Сибай ҡалаһы 9-сы лицейҙың 6-сы класы уҡыусыһы Аделина Әҙеһәмова “Гагарин кубогы” олимпиадаһының республика этабында еңеү яуланы. Талантлы ҡыҙыҡай “Космосты өйрәнеү” темаһына һүрәт төшөрөп III дәрәжәләге призер исеменә лайыҡ булды (етәксеһе А.И. Ҡунафина).
Аделинаның тырышлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр ул. Биш йәшенән алып Сибай сәнғәт мәктәбендә һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә, тырышып уҡый ҙа, бейей ҙә, шашка, шахмат бәйгеләренең еңеүсеһе лә ул. Уға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!