Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2021, 17:25

ҺУҒЫШ ЙЫЛЫ БАЛАЛАРЫ

Бер Еңеү байрамында Фуат ағайыма атаһының байрам бүләген биреп ҡайтарҙылар. Шул бүләкте алып ҡайтҡас, ағайымдың: «Үҙе булмағас, нимәгә миңә уның бүләге? Мин бит ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа «АТАЙ», тип әйтә алманым!..» - тип үкһеп илағайны...

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас атаһы һуғышҡа киткәндә ағайым Иҫәнгилдин Фуат Шәрәфетдин улы (1941-1989) өс айлыҡ сабый булып сәңгелдәктә ятып ҡала. Иҫәнгилдин Зыяетдин ҡарттың ике улы Шәрәфетдин менән Фәләхетдин яуҙа һәләк була. Һуғыш бөткәс бер-бер артлы һалдаттар яуҙан ҡайта башлай. Бер көндә Юлый тауы итәгендә һарыҡтар көтөп йөрөгән әсәһе янына 5 йәшлек Фуат йүгереп килә:
- Әсәй, әсәй, бер малайҙың атаһы һуғыштан ҡайтҡан! Түшенә «ҙуур аҡса» тағып ҡайтҡан. Минең атайым ҡасан ҡайта? Ул да шулай ҙур аҡса тағып ҡайтырмы икән? – тип һорай. Тик Фуат ағайыма атаһын күреү насип булмай. Иҫәнгилдин Шәрәфетдин Зыяетдин улы һуғыштың башынан аҙағынса танкист булып яу юлын үтә. 1945 йылда батырҙарса һәләк була. Бер Еңеү байрамында Фуат ағайыма атаһының байрам бүләген биреп ҡайтарҙылар. Шул бүләкте алып ҡайтҡас, ағайымдың: «Үҙе булмағас, нимәгә миңә уның бүләге? Мин бит ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа «АТАЙ», тип әйтә алманым!..» - тип үкһеп илағаны хәтерҙә уйылып ҡалды. Һеҙҙең иғтибарға бәхетле баласағын ҡәһәрле һуғыш урлаған балаларға арналған шиғырымды тәҡдим итәм.

ҺУҒЫШ ЙЫЛЫ БАЛАЛАРЫ
Һуғыш йылы балалары.
Әрней күңел яралары.
Яуҙа үлгәс атайҙары,
күрмәнеләр атай наҙы.

Дошмандарҙы еңеп ҡайтты
илдең ҡыйыу һалдаттары,
тик күптәрҙең йәнен өтә
«ҡара ҡағыҙ» һандыҡтағы.

Һөрән һалып: «Һалдат ҡайтҡан!»,
ҡаршыларға малай сапҡан.
- Атайымды күрҙегеҙме?!
- Ҡасан ҡайта? Ҡайҙа атай?...

Аяҡ-ҡулы елгә ҡатҡан,
яланаяҡ етем малай.
Өмөттәре аҡланмағас,
илай-илай Ерҙә аунай.

Йәйен-көҙөн яланаяҡ,
һалҡындарҙа түҙгән нисек?
Көн итмеше аслы-туҡлы,
күңелкәйе һәр саҡ китек.

Донъялары-ҡырҡ таяулы,
кейгәндәре ҡырҡ ямаулы.
Атайҙары иҫәндәрҙең
күңелдәр көр, тормош яйлы.

Атай-әсәй ҡосағында
уйнап үҫер сағығыҙҙа,
тарттығыҙ һеҙ донъя йөгөн-
баш эйәбеҙ алдығыҙҙа.

Рәхмәт әйтеп, ҡәҙерләргә
күптәре юҡ арабыҙҙа.
Кисерегеҙ мине бөгөн
тоҙҙар һиптем ярағыҙға.

Һуғыш йылы балалары...
Әрней күңел яралары.
Тиҫтә йылдар үтһәләр ҙә,
табылмаҫтыр дауалары...
(Уңалмаҫтыр яралары,
Уңалмаҫтыр яралары...)

Тәнзилә Йәнтилина