Сибай ҡалаһында быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған “Аструм” ярым марафонындаҡатнашырға һәр ваҡыт билдәле шәхестәр күпләп килә. Был юлы билдәле Рәсәй артистары Дмитрий Дюжев һәм Виктория Тарасоваларҙың сараға килеүе уға тағы мәртәбә өҫтәне. Артистар хатта Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбенә барып ижад һәм һынлы сәнғәт буйынса белем биреү китаптары бүләк итергә лә ваҡыт тапты.
--Беҙ Сибайға ашҡынып киләбеҙ. Былтыр декабрҙә “Евгений Онегин” моноспектакле менән сығыш яһағайным. Бәләкәс, ыҡсым ҡалағыҙ миңә бик оҡшаны,--тине Дмитрий Дюжев.
“Бригада” сериалын ҡараған балалар уға Космос тип өндәшә.
--Мин Космос түгел, ул минең уйнаған геройым ғына. Мин-Дмитрий,--ти ул йылмайып.
Дмитрий Дюжев һәм Виктория Тарасова ла уҡыусылар, уҡытыусылар менән ихлас аралашты, автографтар бирҙе.