Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2021, 17:20

Чернобыль һәләкәтенә - 35 йыл

Бынан 35 йыл элек Чернобыль атом электростанцияһында ҙур техноген һәләкәт теркәлә. Советтар Союзынан радиация ғәрәсәтенә ҡаршы көрәшкә 600 меңдән ашыу кеше йүнәлтелә. Унда Баймаҡ районынан 39 кеше ҡатнаша.

Бөгөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев районда йәшәүсе, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы 17 кешегә, тол ҡалған 8 ҡатынға "Чернобыль атом электростанцияһындағы аварияны ликвидациялауға 35 йыл" миҙалын тапшырҙы.
--Һеҙҙең ҡыйыулыҡ, кешелек хәүефһеҙлегенә индергән тос өлөшөгөҙ онотолмаҫ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Башҡаса ундай трагедиялар ҡабатланмаһын,--тип теләй башлыҡ.
Фото: Ф.Әминевтең "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүенән.