Общие статьи
9 Апреля 2021, 10:19

Ябығам, коктейль бирегеҙ!

Ябыҡтырыусы “серле”таблеткаларҙы ла билдәләп үтергә кәрәктер. Күптән түгел генә ябығырға теләүсе йәш ҡыҙҙың ошо таблеткалар ҡулланыуҙан үлеп ҡалыуы тураһында ишетеп шаҡ ҡатҡайныҡ. Был препараттарҙы...Тулыраҡ сайтта

Ябығырға теләйем, тигәнде ишетһәм билдәле йырсы Илсиә Бәҙретдинованың “Ашайыҡ, ҡыҙҙар” исемле йыры иҫкә килә лә төшә.
Ябығыу теләге көтмәгәндә барлыҡҡа килде. Утыҙ биште тултырып килгәндә 49 килограмм бик күп булып күренгәс, билдәле компанияларҙың коктейлдәрен, аштарын тәмләп ҡарамаҡсы будым. Был туҡланыу системаһы башыма ла, кеҫәмә лә ярайһы ғына һуҡты. Бер яҡтан улар үтә ҡиммәт булһа, икенсе яҡтан башланғыс этабында уҡ ҡан баҫымы күтәрелеп дауаханаға эләктем.
Уйлап ҡараһаң, ялтыр хәрефтәр, матур зауыҡлы һауыттарҙа һатылған ябығыу препараттары иғтибарҙы тиҙ йәлеп итә. Уларҙың составында ҙур күләмдә аҡһым бар, әммә организмға кәрәкле углеводтар бөтөнләй юҡ. Аҡһым кешене асыҡтырмай, организм үҙенә кәрәкле углеводтарҙы аҙыҡтан ала алмай икән, әлбиттә кеше тиҙ ябыға. Шул уҡ ваҡытта кәрәкле углеводтар булмағанлыҡтан матдәләр алмашыныуы, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙола, ҡан баҫым күтәрелеүе мөмкин. “Бындай продукцияға организм тиҙ өйрәнә” тигән фекерҙәр ҙә ишетергә тура килә. Диетологтар билдәләүенсә, бер ниндәй ҙә өйрәнеү барлыҡҡа килмәй. Шулай ҙа коктейль һәм аштарҙы балаларға, йөклө ҡатындарға ҡулланырға ярамай. Сөнки уларҙың составында эндокрин системаға насар тәьҫир итеүсе гормондар бар. Был гормондарҙың кешегә нисек тәьҫир итеүен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер: уны ҡулланыусы кинәт кенә һимерә башлай, йә үтә ныҡ ябыға, тимәк эске ағзалар эшләүҙән туҡтай. Организмға кәрәкле витаминдар ҡулланыла тигәне лә ябығырға теләүселәрҙе һағайтырға тейеш. Витаминдар һәм минералдар унда бик аҙ, организмға тәүлек әйләнәһенә кәрәкле минералдарҙың 4 %-ын ғына тәшкил итә, бынан тыш уларҙың барыһы ла синтетик төрҙә.
Ябыҡтырыусы “серле” таблеткаларҙы ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Күптән түгел генә ябығырға теләүсе йәш ҡыҙҙың ошо таблеткалар ҡулланыуҙан үлеп ҡалыуы тураһында ишетеп шаҡ ҡатҡайныҡ. Был препараттарҙың хаҡы осһоҙ, составында тағы ла шул синтетик аҡһым. Уларҙы ла табип менән кәшләшмәйенсә, организмдың үҙенсәлектәрен белмәйенсә ҡулланырға ярамай. Ябығам тип күҙҙәре томаланғандар интернет селтәрендә геүләп торған рекламаға тиҙ ышана, синтетик аҙыҡтарҙың ҡайҙа сығарылғанын, һауыттарҙа күрһәтеләгән адрестарҙың ысынбарлығын тикшереп тә тормай, әлбиттә.
Юҡ, ябыҡмағыҙ тип әйтергә теләмәйем мин, киреһенсә һимермәгеҙ! Уйлап ҡараһаң, ябығыу өсөн күп тә кәрәк түгел. Өҫтәлеңдән ҡамыр аштарын кәметеү, ғөмүмән, дөрөҫ туҡлана белеү ҙә етә. Ваҡыт табып саф һауала йөрөү, көн аша булһа ла спортҡа ваҡыт бүлеү кәрәк. Ә инде көнөңдө күнекмә менән башлап ебәрһәң, ябығыу ғына түгел, һәйбәт кәйеф һәм уңыштар юлдаш буласаҡ.
Читайте нас