Общие статьи
9 Апреля 2021, 03:10

Яҡты киләсәккә ынтылып

Бөгөнгө юлдар тигеҙ, таҡыр, әммә ынтылыр тарафтар ғына юҡ. Ленинға инанығыҙ, коммунизмға барығыҙ, тип димләмәйем, мәгәр аҡ йөк күтәреп, оло дәрт менән офоҡта көткән яҡты киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлағы килә.

Мине дөйөм партия йыйылышында “Башҡорт” совхозының Үҙәк бүлексә коммунистары, әлегә йәш, тәжрибәһеҙ булыуға ҡарамаҫтан, ойошма секретары итеп бер тауыштан һайлап ҡуйҙылар. 3- 4 йәшкә кесерәк дуҫым Рауил Торомтаев комсомолдар башлығы. Икәүләп эш менән район үҙәге Йылайырға барҙыҡ та, һуңлап киткәс, шунда ҡунаҡханала ҡуна ҡалып, бер сыҡҡанда башҡа эштәрҙе лә бер юлы бөтөрөп, теүәлләп ҡайтайыҡ тип, иртәгеһен маршрут автобусы менән совхоз үҙәге Матрай-ға юлландыҡ. Ауылыбыҙ ҙур ҡулса эсендәгеләй урынлашҡан - оло юл эсендә ятҡан Йылайыр, Юлдыбай, Матрай, Аҡъяр бөтәһе лә үлсәп һалғандай беҙҙе уратып 30-40 саҡрым арала ята. Үҙәктә, тары бутҡаһының ҡап уртаһына батырылған һары майҙай, тау-ташлы, ҡуйы урман япҡан, Һаҡмар йылғаһы балдаҡҡа алып уратып аҡҡан тө-пкөлдәге тау үренә аҡ таштан ҡоролған ҡәлғәләй Һабыр ауылы һаҡҡан. Сәфәргә ниәтләй ҡалһаң, нисек сығып киткәнһең, шул һуҡмаҡты кирегә ҡыуалатып, эләгеп-һағып, ҡағылып-һуғылып, йә тәпәй атлап ҡайтып ет, йәйәүле мосафирға ҡалып этләнәһең икән, уныһы инде һинең хәсрәт, һинең баш ҡайғыһы. Хас та хөрриәт ком-мунизмға барғандағылай көн иттек инде, яҡты киләсәккә, хыялға ынтылғандай аяҡтарыңды күберсетеп, тирләп-бешеп, арып-талып бараһың да бараһың, бараһың да бараһың - йүнәлгән алыҫ офоҡтағы тарафыңа етеп кенә булһасы!
Шулай итеп, эш көнө башланыуға Матрайға килеп төштөк тә, мин партком секретары Айытбай Хөсәйенович Нәҙерғоловҡа инергә иттем, Рауил мәҙәниәт һарайы-ның икенсе ҡатында урынлашҡан комскомитетҡа боролдо. Йомошом йомошланманы, әле иртә булыуға ҡарамаҫтан тынғыһыҙ партком секретары бесән осоро тамам-ланып арышҡа төшөр мәл булғас эштәрҙең барышын тикшерергә, теүәлләргә тип бүлексәләр буйлап киткән, уны көтөүҙән файҙа самалы, кискеһен һуңлатып ҡына ҡайтып күренәсәк. Урамға сыҡһам Рауил тәмәкеһен быҫҡытып, әллә төтөнгә, әллә холҡондағы шуҡлығына барып бер күҙен хәйләкәр ҡыҫа төшөп мине кантора туп-һаһында көтөп тора, киндер тоҡҡа төйөрөм генә бер әйбер ҙә һалып алған үҙе. Рауил күптән аҡылға ултырыр, кем олоһо кем кесеһе йәшендә, мәгәр һәммәһенә үтә еңел ҡарай, әйтерһең дә ул тормошҡа йәшәү, хеҙмәт итеү өсөн түгел, күңел асыу, йырлап-бейеү өсөн килгән. Мәлендә Стәрлетамаҡ культура-ағартыу уч-илищыһын бөтөргән егет баянда һыҙҙырып уйнай, матур йырлай, аҡһаҡмын, тип торм-ай сәхнәгә күтәрелеп ойота баҫып бейеп китеүе лә бик ихтимал, һөйләшергә тиһәң - һүҙ артынан кеҫәһенә тығылмай, тел тиһәң - телеп кенә һала, бер һүҙ менән әйткәндә шәп кеше ул, тик еңел-елпелеге бәкәленә һуға, вайымһыҙлығы ҡамасаулай.
- Кемеһе бирҙе, был ниндәй күстәнәс тағы, - тием. - тартып, һаранланып маташмай, мулдан һалдырған түгелме?
- Миңә генә түгел, бүлексәнең барлыҡ коммунистарына, комсомолецтарына инселәп, Лениндың бюсын күстәнәс итеп тотторҙолар комскомитеттың йәнәшәһендә урынла-шҡан партия кабинетында!
- Яр аҫтынан яу сыҡҡан, тигәндәре бына ошо була инде, нисек ҡайтып етеребеҙ әлегә билдәһеҙ, ни бысағыма алдың уны?
- Беҙгә тигәнде бирҙеләр, ҡалғандар күптән алып бөткән икән, ниндәйҙер ситтән килгән билдәле скульпторҙы яллап игеҙәктәрҙәй бер эш бюстарҙы тотошона бер юлы эшләткәндәр.
- Билдәле тигән оҫтаң, моғайын да аҡса һуғып, ил ҡыҙырған берәй осраҡлы шарлатандыр әле.
- Бында, араларында йөрөмәгәс ҡайҙан ғына беләйем, уныһы миңә ҡараңғы, мәгәр Ильич арыу ғына килеп сыҡҡан һымаҡ, һуйған да ҡаплаған беҙҙәге пеләш Әпсәләм. Күрһәтәйемме? - Рауил егәрлеләнеп тоҡтоң ебен тағатырға үрелде.
- Мәшәҡәтләнмә, һыйырҙар юлбашсыһы Әпсәләмде көн һайын көтөү ҡыуғанда күрәм! - Илтифатһыҙ яуапланым да ҡәтғи ҡарарға килгәндәй өҙә әйттем. - Иш-кәнһең икән, ишәк сумарын, бар хәҙер үк кире алып барып тапшыр, йәйәүлегә янсыҡ та ауыр, икенсе тапҡыр ылау менән килгәндә алырбыҙ!
Рауил мөһим ҡарар ҡабул иткәндәй баш бармағы менән башта ҡупшы мыйығын һыпырҙы, шунан елкәһен тырнаны:
- Ярамай, Һабырҙың коммунистары, комсомолецтары юлбашсынан ҡәтғи баш тарттылар, тип һөйләп сығарасаҡтар һуңынан. Күр ҙә тор. Тел бит һөйәкһеҙ, бәлә-һенән баш-аяҡ!
Еңел уйлы, тиһәм дә хаҡ хәбәр һөйләй, төплө фекер йөрөтә бит был, суҡынмыш. Икел-әнеп ҡалдым да килешкәндәй ҡул һелтәнем:
- Улайһа, былайыраҡ хәл итәйек, ҡултамға ҡуйып үҙең алғанһың, үҙең нисек тә алып ҡайтып еткер!
- Ошоноса ауыр таштымы? Күтәреп килтергәс беләм, юҡ тигәндә бот самаһы тарта был нәмә!
- Таш түгел, гипстан ҡойолған һын!
- Юҡ инде, абзый, бөйөк Ленин икебеҙгә лә берҙәй кәрәк, һәм яҡын, шулай булғас ҡәҙерле йөктө алмашлап күтәреп барабыҙ! - тип ҡаршы төштө тиҫкәренән бөткән нәмә. - Тағы шуны өҫтәп әйтмәксемен, әле генә самалап ҡалдым; һинең идеологик платформаң тар, аң даирәң түбән, сәйәси белемең үтә һай күренә!
- Слушай, хөрмәтле комсорг, партия ойошмаһы секретарына иҫкәрмә яһарға, аҡыл өйрәтергә башың йәш!
- Әгәр Ленинды күтәрешеп алып ҡайтмаһаң, шәхси эшеңде киләһе партия йыйылышына сығарам, билләһи, яҡын дуҫ, тип тормам!
- Сәсрәп кенә кит! - Тел биҫтәһе менән кәзекләшеү бушты бушҡа ауҙарыуға тиң. Ризалашмай ҡайҙа ғына бараһың?! Башыбыҙға төшкән сурҙы еңеләйтергә теләп тәҡдим иттем. - Киттек совхоз гаражына, беҙҙекеләр килмәгәнме икән? Юҡ тигәндә бынан ҡуҙғалған берәй машинаға һағырбыҙ...
Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, күпме генә белешһәк тә беҙҙең тарафҡа бер ылау ҙа бармай икән, хәйерһеҙ. Һуңғы сиктә, ғәҙәттәгесә, йәйәүләп, эйәртенешеп ҡайтырға сыҡтыҡ. Келәттәге игенде нәфселәнеп бүҫкә тоҡтай итеп сәлдергән уғрылай алға эйелә биреп, бөксәңдәп барабыҙ. Әйтеп үткәнемсә, уң аяғы һынып, сал-ышыраҡ уңалыу арҡаһында аҡһаҡ ҡалған Рауилға аслыҡтан интегеп урман гиҙгән шатун айыуҙай аушаңлап атлауы бигерәк ауырға тура килә, шуға үҙемдең сиратты нисек тә оҙағыраҡ һуҙырға тырышам. Билдәле инде, Ленинды күтәргән кеше әләм тотҡан яугирҙәй алдан төшөргә бурыслы. Рауилға өндәшмәй генә күңелдән бөйөк юлбашсыға һуҡранам: “Бер имгәк кенә булдың инде минең өсөн, Владимир Ильич, институтта уҡығанда 44 томлыҡ йыйынтығыңды төндәр буйы кон-спектлап зачет тапшыра алмай күпме ыҙаландым. СССР тарихынан фәнни коммунизмы тәрәндән өйрәнгән, ленинизм тәғлимәттәрен энәһенән-ебенә ҡәҙәр белгән, ағас игәүлегенә барып, мыжыҡлыҡтың ахырғы сигенә сыҡҡан пенсия йәшендәге ҡатынҡай уҡытты. Баштан уҡ ул мине ни сәбәптәндер өнәп еткермәне, гел ситкә типте, урынһыҙға бәйләнде. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, кисергән, һынсыл Сөләймән бабай әйтмешләй, көнөң йүнһеҙ, ҡойолдороҡ бисә-сәсәгә ҡалмаһын, ул сағында эш харап! Шул, тултырған тауыҡтай тыңҡыш кәүҙәле ҡатынды нескә, зифа итеп күрергә теләп артынан аҙна-ун көн самаһы ҡыялып йөрөнөм, һуңғы тиндәремә ҡупшы гөлләмә һатып алып яҡты йөҙ күрһәттем, йылы һүҙ һөйләнем, ир-ат ҡулы теймәгән, ҡағылмаған-оронмаған ғиффәтле ҡыҙҙай шыпа ла ыжланы, яҡын юлатманы ҡортҡа бейеклегенә дәғүә иткән ҡарсыҡ. Ике аҙна арауығында, сулала өс тапҡыр барҙым имтиханға. Тиктомалға нигеҙһеҙ үс тотоп, оҙаҡ этләндереү уйынан, иң аҙаҡҡа ҡалдырып индерә был, сәғәт ярым самаһы тегенең тир шыбаҡшыған быжыр биттәренә, һалпыш ҡабаҡтар аҫтынан уҫал ҡараған сәгер күҙҙәренә, ҡан ялаған эттәй бурҙат ҡыҙыл ирен-дәренә текәлеп ултырырға мәжбүрмен. Ҡамсы һуҡтырып язалаһалар әллә күпмегә еңелерәк булыр ине, билләһи! Был йыбытҡы, сүтәшкә бисәгә ире нисек сыҙап йәшәйҙер, шайтаным белһен, түшәктә лә өҙмәҫтән-ҡуймаҫтан Ленин эштәрен теүәлләп төн оҙоно бытылдайҙыр әле. Ҡатын булғас донъя баҡһын, ғаиләнең ашарын ҡайғыртһын, фәнни коммунизм, фәнни атеизм, тарихи материализм менән тамаҡ туймай! Әгәр ҙә бөгөн дә кире борһа, башҡаса инәлеп йөрөмәйем тип, яһилланып һуңғы ингәнемдә, эстән яныуымды, көйәләнеүемде һиҙгәндәй, “Лучше меньше, да лучше” тигән булып, зиннәттән туҡылған ҡәҙерле нәмәһен сығарып һалғандай, зачеткама “зачтено” тип яҙып рыя ҡиәфәттә кәкере-бөкөрө имзаһын сыймаҡлап сығарҙы, иманһыҙ. Шуныһына ла атҡа менгәндәй ҡыуанған булдым. Бына һинең том-том хеҙмәттәрең мине ниндәй көнгә ҡалдырҙы, асылмаҫ томанға керетте, Володья Ульянов! Хәҙер төшмәҫ өсөн әрһеҙләшеп елкәгә үк менеп ҡундың, гел бәйнәтеңде һалаһың да тораһың, - этләнеүемде яҡшыға, ыңғайға юрап күңелле нимә хаҡында уйларға тырышам. - Ярай әле, баштары етеп Карл Маркс менән Фридрих Энге-льсты бер юлы эшләтмәгәндәр, ул сағында хәлебеҙ үтә мөшкөлгә ҡалыр ине...”
Һыҡтаһам да тирә-яҡта йәмле йәй уртаһы, ирәүән хозурлыҡ; оло диңгеҙҙәй тулҡынып үҫкән сүп-сарһыҙ һарғылт игендәр яңы ғына баш ҡоҫҡан, башаҡтары бер ҡа-рыштан һис тә кәм түгел, һиңә әйтәйем, баҫыуҙарҙан яңы ғына бешкән икмәк еҫе килә, бер яҡ ҡырҙа-раҡ сабынлыҡтарҙа теҙелешеп күбәләр ҡалҡҡан, алыҫтағы ҡара йәшел сауҡалыҡтар атлаған һайын беҙҙән ҡасып артҡараҡ шылышалар, төпһөҙ зәңгәр күктең һуңғы ҡатына менеп ҡунып күҙгә күренмәҫ һабан турғайы өҙҙөрөп һай-рай, юл ҡырындағы сәскәле үләндәр араһында сиңерткәләр йырлай-йырай һикерешә, яҡындағы сауҡалыҡта моңланып кәкүк саҡыра, ҡалҡыулыҡ һыртында эстәрен ҡояшҡа ҡыҙҙырған йомрандар һыҙғырып сәләмл-әйҙәр. Йән елкендергес күтәренкелек. Ә туҙанлы юлдың инде, шыпа ғына ла рәте юҡ, инмәле лә сыҡмалы.
Шарҙауай холоҡло Рауил, киндер тоҡто бер яурынынан икенсеһенә күсерҙе лә йыр башланы:
Ленин һөйөклө атабыҙ,
Ул һәр саҡ беҙҙең менән!
Беҙ уның рәсемен биҙәйбеҙ,
Гел аҫыл сәскә менән!
Күҙ күреме ерҙә Сидоровка ауылын шәйләгәс мин дә урыҫсалап таҡмаҡлап ебәрҙем:
Ленин всегда живой,
Ленин всегда с тобой!
Көр, дәртле тауышыбыҙ урман-ҡырҙарға таралды.
Матур йәшәгәнбеҙ әүәле. Мәғәнәле. Ҡыуанып. Юҡтан ҡыҙыҡ табып. Бала саҡта октябрят, шунан пионер булдыҡ, үҫә төшкәс комсомолға алдылар, ары, лайыҡ-лыларҙы һайлап партия сафына ҡабул иттеләр. Туҙанлы, борма-борма һуҡмаҡтан өҙәрем сәфәргә сыҡҡандай, әллә бар, әллә юҡ коммунизмға ынтылып йәшәнек ге-лән. Шул үткәнемдән тамсы ла оялмайым, киреһенсә һағынам, юҡһынам, ул хаҡта ғорурланып ҡат-ҡат һөйләргә әҙермен.
Бөгөнгө юлдар тигеҙ, таҡыр, әммә ынтылыр тарафтар ғына юҡ. Ленинға инанығыҙ, коммунизмға барығыҙ, тип димләмәйем, мәгәр аҡ йөк күтәреп, оло дәрт менән офоҡта көткән яҡты киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлағы килә.
Читайте нас