АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Апреля 2021, 03:05

Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр (өсөнсө киҫәк)

Үҙешмәкәрҙәрҙең концертын ҡарағанда ҡураныс, еңел кәүҙәле бер ирҙең ғәжәйеп, хайран оҫта бейеүен күреп телдән ҡалдым. Ул уртаға һалынған тар ғына таҡ-танан төшмәйенсә, баҫма буйлап йөрөгәндәй итеп ойота, һеңдерә баҫа ғына! Хәрәкәттәре камил, аяҡта-ры түгел бар булмышы бейей, юғарыға талпына! Бейеү сән-ғәтен мин шулайыраҡ аңлайым: сәсән теле менән арбай, йырсы моңо менән әсир итә, рәссам ете төҫ буяу ярҙамында бөйөк картиналар яҙа, ижад итә, ә бейеүсе ин-де кәүҙә, аяҡ-ҡул хәрәкәттәре аша поэзияны, көйҙө, буяуҙар, төҫтәр доньяһын ҡарап ултырыусы тамашасыға еткерә. Аяҡ-ҡулдарҙың килешле тыпырҙауы бейеү түгел әле - бейеү ул күңел торошо, йән юғарылығы, рух тантанаһы!

Тамам. Илаһи башҡарыу, рух байрамы тамам. Ниндәй мөғжизә башҡарылды, атҡарылды күҙ алдында? Ҡәҙер кисәһендә күҙ асып йомған арала күк ҡабағының асылып-ябылыуы булдымы был, әллә йәйҙең иң ҡыҫҡа төнөндә абаға сәскә атып ҡара урман төпкөлөн көмөш нурҙарға күмеп балҡытып ебәрҙеме, әллә Хоҙай Тәғә-ләнең ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаҫтай тойолған хыялды көтмәгәндә, өмөтләнмәгәндә әшкәртеүе булдымы? Аңғарманым, мәгәр әҙәм балаһын тышҡы буй-һын түгел, эске матурлыҡ йәмләй һәм биҙәй, күҙ алдымда ир һоҡланғыс, ылыҡтырғыс мөһабәт бәһлеүәнгә әйләнде, әүерелде лә ҡуйҙы. Ул ғына ла түгел, ҡот тотош өй эсенә таралып, ундағы һәммәһенең булмышын яҡтыртты, илаһи йәмгә сорнаны, сибәр, мөләйем итте. Йырсы бәүелгәндәй тора бирҙе лә кинәт хасил булған изге тынлыҡты боҙоп тертләтергә теләмәгәндәй һаҡ ҡына урынына сүкте. Кемеһе ҡулдарын ҡаушырып, кемеһе тубыҡтарына терһәкләнеп, кемеһе йөҙөн уйсанландырып өҫтәл тирәләй ултырған ҡунаҡтар башҡарыусыны ҙурламанылар ҙа, урынһыҙ шау-шыу ҙа ҡуптарманылар, әле генә ишетелгән арбатҡыс йыр тәъҫиренә бирелеп шаңҡып, онотолоп ҡалдылар бары. Хужа инде, эсмәйенсә лә иҫергән, аңҡы-тиңкегә ҡалған хужа, күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырып башын түбән эйҙе:
- Һин йырың менән бөйөкһөң, абзый, йырың менән ҙурһың, күркәмһең! Бына ошо башҡарыу өсөн генә лә йортоңа оло табын йыйырға, йырҙың нәғеҙен аңлаған ҡунаҡтарҙы саҡырырға мөмкин!
Кем булды әле был ир, ҡайҙан килгән, әлеге көндә ниндәй эш бөтөрә? Яйын тап килтереп уның яғына аушайып шыбырҙаным:
- Ағай, һеҙ ниндәйҙер яңылышлыҡ арҡаһында ғына бында йөрөп ятаһығыҙ, урынығыҙ филармонияла!
- Бәй, унда эшләп ҡараным да! - Булды яуап.
- Ҡаранығыҙ? - Аптырап киттем дә, ғәжәпләнеп текәлеп төпсөндөм. - Ә нишләп унан китергә иттегеҙ?
- Һыйҙырманылар.
- Ни сәбәптән?
- Әртислеккә юғары уҡыу йорттарында йырға уҡыған кешеләрҙе һайлап алалар, ғәҙәттә, ә беҙҙең һымаҡ халыҡ араһынан сыҡҡандар - һайландыҡтан ҡалғаны. Ябай ғына хаҡиҡәтте аңлап етмәй күптәр, ғиллә шунда, ҡарғаны консерваторияла уҡытыуҙан ни фәтеүә, ул һандуғас булып һайрап китмәй бит инде күпме өйрәтһәң дә, һабан турғайы ла була алмай!
Бөрйән районына ҙур делегация менән барҙыҡ. Рәсми саралар тамаланғандан һуң ик-енсе көн бөрйәндәр тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш урындағы йолаға яраш-злы иң башта Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәттеләр, шунан оло табын йәйелгән аҡланға алып килделәр. Үҙешмәкәрҙәрҙең концертын ҡарағанда ҡураныс, еңел кәүҙә-ле бер ирҙең ғәжәйеп, хайран оҫта бейеүен күреп телдән ҡалдым. Ул уртаға һалынған тар ғына таҡтанан төшмәйенсә, баҫма буйлап йөрөгәндәй итеп ойота, һеңдерә баҫа ғына! Хәрәкәттәре камил, аяҡтары түгел бар булмышы бейей, юғарыға талпына! Бейеү сәнғәтен мин шулайыраҡ аңлайым: сәсән теле менән арбай, йырсы моңо менән әсир итә, рәссам ете төҫ буяу ярҙамында бөйөк картиналар яҙа, ижад итә, ә бейеүсе инде кәүҙә, аяҡ-ҡул хәрәкәттәре аша поэзия-ны, көйҙө, буяуҙар, төҫтәр доньяһын ҡарап ултырыусы тамашасыға еткерә. Аяҡ-ҡулдар-ҙың килешле тыпырҙауы бейеү түгел әле - бейеү ул күңел торошо, йән юғарылығы, рух тантанаһы!
Эргәмдәге ир миңә аңлатма бирергә кереште:
- Районыбыҙҙың ҡото Йәнбирҙе ағай ул. Мин үҙем мәҙәниәт бүлегендә эшләйем.
Уҙған йыл Мәскәүҙән лекциялар уҡыу, дәрестәр үткәреү маҡсатында бейеү белгесе профессор ҡатын килгәйне беҙгә, ул Йәнбирҙе ағайҙың бейеүен ҡарағас һорай ҡуйҙы:
- Ҡайҙа уҡыған был бейеүсе? Мәлендә беҙҙә белем алһа таныр инем, Санкт-Петербург мәктәбе, улайһа.
- Уның Бөрйәндән сығып йөрөгәне юҡ, бер ҡайҙа уҡымаған да, - тибеҙ.
- Бының булыуы мөмкин түгел, был бит һөнәрсе, иҫ китмәле талант эйәһе!
Бейеү тамамланғас бер ҡунаҡ сыҙамайынса һөрәнләп үк ебәрҙе:
- Китсе, был таҡта һеҙгә нимә генә, ҙур сәхнә лә тар әле!
Бейеүсе тыйнаҡ йылмайҙы:
- Унда бит бейеү сәнғәтен хореография дәрестәрендә өйрәнгәндәр бейей, ә мин ауыл кешеһе!
Башҡалала мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн ойошторолған ҙур концертты ҡарарға тура килде. Тураһын әйтәм, оҡшаманы, өмөтөм аҡланманы, йәнем иңрәмәне, йыр-моң, нескәлек көҫәгән күңелем ас ҡалды, сөнки унда махсус уҡыу йорттарында сольфеджионы өйрәнгән, хореография дәрестәрен алғандар, көндәлек ауыр эш башҡар-ғандай бейей һәм йырлай ине.
Читайте нас