АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Апреля 2021, 03:09

Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр (икенсе киҫәк)

Ғырылдаҡ, тигән булам тағы, был сихри моң сүп-сарһыҙ, таҙа, туҡ башаҡлы иген баҫыуының тулҡыныуына, үтә күренмәле, сафлығы күҙҙәрҙе ҡамаштырған, һалҡыны тештәргә үткән терегөмөштәй шишмәнең селтер ағышына тиң! Ыжғырҙа тумбыҡҡанда йылымыс екәт ел кинәт битемә бәрелгәндәй һиҫкәнеп киттем дә, илаһи тауыш сығанағын эҙләгәндәй ҡарашымды аҫтан юғарыға ҡарай йүнәлттем.

Һәүетемсә башланып, кемуҙарҙан һыу буйы итеп һөйләнелгән хәбәрҙән, ҡашығаяҡ шалтырауынан, бер яҡ ҡырҙағы ултырғысҡа ҡуйылған магнитофондан ағылған бейеү көйөн-ән ҡорт күселәй геүләп ҡуҙғыған тынсыу табын ҡыҙған ғына мәлдә ишек ауыҙында ҡойто кейенгән, урта йәштәрҙәге бер ир күренде; башында бумаз-ыйҙан тегелгән, маңлай өлөшөнә, ҡолаҡсындарына яһалма йән ишараты йәбештерелгән алама кәпәс, өҫтөндә ҡаҡашыуҙан йылтырап ҡатҡан фуфайка, аяҡтарында сүсинкә быйма, үҙе күрер күҙгә үтә лә күрмәлекһеҙ - тәрән йыйырсыҡтар сыбарлаған яҫы маңлай, ялбыр, тура тартып ҡушылып үҫкән яҫы ҡаштар, шешенке ҡабаҡ-тар, ҡан һауып ҡыҙарған күҙҙәр, ҡырынмағанлыҡтан шырт төк япҡан һалынҡы биттәр бергә ҡушылып таушалған, йоҡоһоҙлоҡтан арып талсыҡҡан ындырһыҙ йөҙҙө ха-сил итәләр. Торғаны бер шыҡһыҙ күләгә, торғаны бер өркөткөс баҡса ҡарасҡыһы. Йыйылыусылар кем йөрөй әле ваҡытһыҙ һуңлап, бимазалап, тигәндәй, бар иғтибар-ҙы инеүсегә йүнәлтеп, бер аҙға ғына тынып шымтайыштылар. Уҫлаптай, шупан кәүҙәле ир урынһыҙ килеп ингәнен абайлап, икеләнгәндәй туҡтап ҡалды, һырыған салбарына йәбешкән ҡар бөртөктәрен һыпырып аяҡтарын алмаш-тилмәшләне, кире бороло-рға йыйыныпмылыр, ҡайырылып ишек тотҡаһын һәрмәгәйне генә инеү-сене мәлендә шәйләп өлгөргән йорт хужаһы, тауыш алыштырмай ҡамасаулаған магитофондың тауышын бөтөнләй баҫып, тәбәнәк кәүҙәһен төмрәңләтеп, ҡоласын киң йәйеп, йөҙөн айҙай балҡытып, уға ҡаршы атланы:
- Һо, кемде күрәм, Ғәйсәр абзый, был һин түгелме?!
Ир асарбаҡ төҫ-башынан ары китмәгән шыҡһыҙ ҡиәфәтенән оялғандай, үртәлгәндәй ҡулындағы йоран бейәләйҙәрен һалып уңлы-һуллы быйма ҡуңыстарын ҡаҡ-ҡылағандан һуң кәпәсен систе, йомро башының түбә тапҡырында майланып тырпайған тыңлауһыҙ, саллана төшкән сәстәрен рәткә килтереп һыйпаны:
- Ызнамы, танының тәки, эрәхмәт. Өй беренсә әрһеҙ хәйерселәй кем әйенселәһен ҡараңғы юҡҡа, эңер төшкәс, минән башҡа... Һаумыһығыҙ барсағыҙ ҙа?! - Өҫтәл тирәләй ултырғандарҙың яғына йылы ҡарашын һирпеп, йөҙөн ирәмһетеп, сәхнәләге әртистәй кеселекле баш эйҙе.
- Иҫәнлектәбеҙ! - тине Әхмәт бөтәһе өсөн яуап биреп. - Бына шәмбе көн булғас, ял алдынан тик ултырғансы тип, туған-тыумасаны, дуҫ-иштәрҙе, күрше-тирәне йыйып алырға иттек әле. Һин дә һөйләмәй генә йөрөйһөң икән дә баһа, рәхим итә күр!
Инеүсе һенағастай һерәйеп урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы:
- Мине берүк ғәфү итә күр, мыртый, һеҙҙә ҡунаҡ барлығын белмәнем, юғиһә борола буламмы тағы, ысынлап әйтәм. Теләнселәгән йомошом билдәле, бер йотом нәмә инде шунда, кисәге эскелектән һуң баш сатнай, сатнай ғына түгел, ярылып бара...
- Һин нимә, бер йотом, имеш, әйҙә, ҡәҙерле ҡунаҡтарым араһына!
- Бәлки, кәрәкмәҫ, ә? Саҡырылмай йөрөгән һөймәлекһеҙ әҙәм һөмһөҙҙөң һөмһөҙө лә, ә мин ошондай хәлгә ҡалһам да, оятымды, намыҫымды юғалтмағанмын әлегә, әрһеҙ ҙә түгелмен...
- Ништәп кәрәкмәһен, кәрәк! Ә һине белеү, һинең менән аралашыу, абзый, минең өсөн үҙе бер ҡыуаныс, үҙе бер оло мәртәбә! - Һәр ваҡыттағыса этеп алып барған Әхмәт тегенең фуфайкаһына барып йәбешеп, тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәрҙе, көсләшеп тартып тигәндәй кәпәсте алды ла ҡулындағын сөйгә алып барып элде. Ерән Сәстең биттәре бурҙаттай ҡыҙарҙы, күрәһең уның өҫ кейеме шул тирәгә эленгән булғандыр. “Сыҙа инде, бәғрем, күҙ нурым, - эсемдән үсәүле ҡыуандым, - был донъяла таҙа, саф, стериль ҡалыу мөмкин түгел, бысраҡҡа ла ҡағылаһың ҡайсаҡ, ҡойоға ла болғанаһың!.. ”
Фуфайка сиселгәс күренде, саҡырылмаған ҡунаҡтың өҫтөндә күп кейеүҙән эшлектән сыҡҡан пинжәк, иҙеү тапҡыры һиҙрәгән сатраш биҙәкле сатин күлдәк икән. Түшенә ниндәйҙер атҡаҙанған билдәһен дә тағып алған. Иҫке-оҫҡоға беркетелгән миҙал, хас та һыйырға эйәр һалған һымаҡ күренә. “Эскелек мәлендә икенсе кешенекен яңылыш кейгәндер, йә яйы сыҡҡанда ҡупырайырға теләп берәйһенекен сәлдергәндер”, тип уйлап ҡуйҙым. Теге үҙ сиратында ҡатҡан билен ауырлыҡ менән эйелдереп сүсинә быймаларының галошын ысҡындырҙы:
- Мин оҙаҡҡа түгел... һеҙ әйткәнгә генә...
- Хоҙай Тәғәлә бүлгән ваҡытты хисапламайыҡ, уныһы әлеге мәлдә көнүҙәк, мөһим түгел, давай, түрҙең иң түренә, - шул арала йәшерәк берәүгә күрһәтмәһен бирә лә һалды, - ә һин дорогой брат, киленде ҡуша тартып шыл был яҡҡараҡ, икенсе ваҡыт шунда ултырырһығыҙ, үҙегеҙҙән юғарыраҡтар булмағанда!
Йәш ир менән ҡатын үпкәләгәндәй тызырайышып урындарынан ҡалҡтылар.
Ғәйсәр ҡулдарын болғап ишаралап уларҙы урындарында ҡалырға өндәне:
- Юҡҡа борсолмағыҙ, ултырығыҙ шунда, мин үҙ урынымды беләм!
Күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа ир түргә ынтылмай өҫтәл ҡырынан, әсе тир, тәмәке, тағы ла танауҙы ярып барған шундайыраҡ үҙенсәлекле ҡырҡыу еҫтәрҙе аңҡытып, минең яндан урын алды. Ерән Сәс барыбер әҙәп төшөнсәһен, тәрбиә ҡағиҙәләрен белеп еткермәйҙер, ҡыҙарған йөҙөн әсе ҡапҡандай сирылып, ризаһыҙ ҡиәфәттә тағы ла арыраҡ, төпкәрәк күсте. Зерә лә шәп, үтә лә ҡулай булды әле, бының менән танышмаҫ, ҡауышмаҫ элек үк айырылып, араларҙы бөтөнләйгә өҙҙөк, әләйгәс, өс тап-ҡыр талаҡ ҡысҡырыу ҙа кәрәкмәй хәҙер. Яңы күршемде өнһөҙ баш һелкеп сәләмләгәйнем ул, өҫтәл аҫтынан күрешергә ҡулын һондо, бармаҡтары имән ботағылай суғырмаҡлы, ҡаты.
- Таныш булайыҡ, исемемде ишеттегеҙ, Ғәйсәр атлы булам, фамилиям - Солтанморатов.
- Хәйҙәр.
- Татарстандың билдәле йырсыһы Хәйҙәр Бегичев бар.
- Билдәһеҙ кешемен.
- Шулай ҙа, йырлайһыңдыр, йырламаған башҡорт балаһы булмай ул.
- Яҡын дуҫтарым ҡабул итерлек, уларға ишетелерлек кенә итеп.
- Уныһы ла яраған. Төҫ-башың менән бындағыларға тартмағанһың, ҡайҙан һин, мырҙа?
- Урман Йылайырынан.
- О-о-о, Ишмулла ағай төйәгенән икәнһең, уны мин яҡындан белдем.
Ышанмайыраҡ ҡарап алдым да ары һүҙ ҡуйыртырға теләмәй, алдымдағы ашамлыҡтар һалынған тәрилкәләрҙе, үҙемә тәғәйен тулы рюмканы тегенең алдынараҡ шылдырҙым, тартынмай һыйлан, йәнәһе. Ризыҡҡа ла ҡағылмай был, эҙләп килгән йотомон да йоторға ашыҡманы, юғарынан түбәнгәрәк ҡарап, аҡһөйәктәр, зыялылар ҡоронан килеп, бында ҡыҫҡа ваҡытҡа, осраҡлы һуғылған арҙаҡлы заттай һауалы ҡиәфәттә ғорур һерәйеп тик ултыра. Бер аҙҙан хужа өлтөрәп килә һалып етте, күл-дәк еңе төрөлгән йөнтәҫ беләкле ҡулын йәнәш яурынға һалды:
- Ҙурла әле, абзый, беҙҙең табынды, йырла берҙе!
- Инеп етмәҫ элек үк, ауыҙ күтәреп аңрап ултырыу килешмәгән шөғөл, башҡалар ҙа бар бит әле!
- Сәсән барҙа телеңде тый, тиҙәр, бүтәндәр ни, сабыр ғына көтөп ултырып торорҙар. Ә һиңә ни ҡылһаң да килешә! - Әхмәт был ир менән һин дә мин яҡындан аралаша, үҙ кешеләй тартыныуһыҙ мөрәжәғәт итә, ул ғына ла түгел ихтирамын, хөрмәтен йәшермәй, Ғәйсәр ҙә күрмәгән-белмәгән кешегә былайтып инеп, йәйелеп ултырмаҫ ине, моғайын.
- Үҙәк буйы ҡымырйытып, йүтәлләп торам бер аҙ.
- Ниңә, бығансы тамағыңды сылатманыңмы ни? Улайһа тотоп ебәр! - Рюмкаларға ашыраһынан араҡы ҡойҙо. - Бәлки, бер юлы, сирең йыуылып төшөрлөк итеп ҡырлы эстәкәнгә һалып бирергәлер, ә?
- Һин мине кем тип иҫәпләйһең? Шул саҡлы, тигәс тә.
- Биғәйбә, кисер, уйламайыраҡ ысҡындырҙым, үҙем йырыңды тыңлағым килә, телем икенсе нимә хаҡында бытылдай.
- Әхмәт, мужыт...
- Бар ҡунаҡтарым исеменән үтенәм, абзый! - Шулаймы, йәмәғәт?
Риза икәнен белдергән табын геүләгәндәй итте, ара-тирә ҡул сабыу тауыштары ишетелде.
- Бәлки, икенсе ваҡыт?
- Юҡ инде, икенсене көтмәйек, әлеге мәл ҡәҙерле, йырлай алмаһаң, көйлә генә, шуныһы ла баштан ашҡан!
- Белә белһәң, көйһөҙ йыр булмай ул һис ҡасан да, көйһөҙ йыр тоҙһоҙ ашҡа бәрәбәр. Көйлә, тиһең инде, нимәне?
- Билдәле, мәшһүр “Буранбай”ҙы! Уны башҡорттар араһында һинән дә шәберәк, һинән дә оҫтараҡ башҡарған бер кем дә юҡ!
- Бына быныһын инде, лөғәткә һыймаҫлыҡ итеп шаштырҙың, Әхмәт! “Урал”, “Буранбай”, “Тәфтиләү”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”ҙы миңә ҡәҙәр ҙә йырлағандар, минән һуң да оҫта башҡарыусылар һис һүҙһеҙ, табылыр. Атап үткән йырҙар донъя кимәлендәге операларға, уникаль, ҡабатланмаҫ иҫәпләнгән арияларға биргеһеҙ, ноталар-ға һыймаҫ тәрән бөгөлдәре, тырышһалар ҙа күптәр алдыра алмаған бейеклектәре менән мәртәбәлерәк, бәҫлерәк булмаһалар әле! Милләт барҙа халыҡ йырҙары йәш-әй бит ул, һис ҡасан юҡҡа сыҡмай!
“Ҡупырый, ҡауҙыр бер әҙәмдер, күрәһең. Әле генә мәшһүр ҡурайсы Дилмөхәмәтовты танышлыҡҡа сығарып фәстерә ине, хәҙер шул килештә була тороп та юғары музыка хаҡ-ында фәлсәфә һата.” Екһенеп шулайыраҡ уйлап алдым да, бының менән башҡаса һүҙ сы-балтырға теләмәй һыртымды ҡуйҙым.
Ир урынынан торҙо, алдына ҡуйылған сәйгә ярыла төшкән шешенке ирендәрен тигеҙеп алды ла сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иңләп ҡарағандай ҡарашын алыҫҡа, билдәһеҙлеккә йүнәлтте, шунан изге ғәмәл башҡарырға йыйынғандай күкрәк тултырып тын алды ла онотолғандай ҡайҡайҙы. “Билдәле, танылған әртистәй ҡылана! - Артыҡ килештермәй генә белгән мөнәжәтен төңрәһен дә ҡуйһын, тауышым ултырған тигәс, уның ғырылдағы кемгә хәжәт?! ”
Бына бер заман,тамаҡ төбөнән түгел, күңел түренән, йөрәк төпкөлөнән һаҡ ҡына сыҡҡан тауыш ҡолағымды наҙлы иркәләне:
Табаҡ та ғына табаҡ, ай аҡ ҡағыҙ,
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары...
Әле генә башымдан үткән түбәнлекле фекерҙән оялып киттем. Ғырылдаҡ, тигән булам тағы, был сихри моң сүп-сарһыҙ, таҙа, туҡ башаҡлы иген баҫыуының тулҡыныуына, үтә күренмәле, сафлығы күҙҙәрҙе ҡамаштырған,һалҡыны тештәргә үткән терегөмөштәй ши-шмәнең селтер ағышына тиң! Ыжғырҙа тумбыҡҡанда йыл-ымыс екәт ел кинәт битемә бәрелгәндәй һиҫкәнеп киттем дә, илаһи тауыш сығанағын эҙләгәндәй ҡарашымды аҫтан юғарыға ҡарай йүнәлттем. Ошондай йән ирет-кес, илаһи,ҡабатланмаҫ, йондоҙло көмбәҙҙән яуған ауазды Латвияның баш ҡалаһы Ригала, яңғырашы Европала икенсе урынды биләгән орган залында ишетеп тет-рәнгәйнем, шул сихри кисереш, бына бында, ауыл кимәлендә яңынан ҡабатланды. Дәһшәтле йыр яйлап күтәрелә барып ҡапыл ян-тирәгә сойорғоно ла, тыйып алғы-һыҙ, бейек, көслө тулҡындай таш стеналарға ҡаҡлыҡҡас тотош өй эсен тултырҙы, шунан ары бында һыйып ҡала алмай тәҙрә быялаларын зыңлатып, ваҡ кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы емереп, беҙҙе ҡалдырып йондоҙло йыһанға осто. Күҙ алдыма шы-рлыҡлы ҡара урман, тау-ҡаялар араһынан һуҙылған батҡаҡлы ат юлы килеп баҫты. Унан оҙон арбаға һаҡҡан мылтыҡлы һаҡсыларҙы ауырлыҡ менән тартып ҡарт алаша килә. Тәртәгә тайлаҡ айыуҙай арҡанға тағылған, аяҡ-ҡулдары сынйырлы, саба яуған ямғырға күл-дәге еүешләнгән, оҙон сәстәре маңлайына һибелеп йәбешкән әзмәүерҙәй ир атлай. Күптән киләләрҙер, бығау тимеренә өйкәлгән бәкәл быуын-ынан һарҡҡан ҡан мәтегә буялған ялан аяҡтарҙы алһыу төҫкә мансыған. Буранбай бит был, халыҡ йырында йырланған Буранбай! Арыраҡ юл уртаһындағы бер бөртөк сәскә юғарыға үрелгән. Нишләп кенә үҫтең бында, башҡа урын тапманыңмы, тапалаһың да баһа! Ай! Арба тәгәрмәсенең тимер туғыны нескә һабаҡты йығып, ҡойоға батырып, иҙеп уҙҙы. Сәскә лә һәләк булды, Буранбай тотҡон да билдәһеҙлеккә китеп юғалды...
Ә теге ир аяҡтарын тарбайтыңҡырап, осорға йыйынған сая бөркөттәй ҡулдарын йәйә биреп баҫҡан да илһамланып һуҙа ғына. Аһәңе һуң! Уға Урал ҡаяһындағы суйыр таш ныҡлығы һалынған, йүгерек йылғаның мәңге тынмаҫ сыңы һеңгән, дәһшәтле урман шауы өҫтәлгән, тәбиғәттәге бихисап һайрар ҡоштарҙың һайрауы ҡушылған.
Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Баҫылыр микән, илдең дә ирҙәре?
(Аҙағы бар)
Читайте нас