Иҫәнғол дауаханаһында эшләп йөрөгән саҡта, “Тиҙ ярҙам” станцияһының водителе Әхмәт ағай, көтмәгәндә-уйламағанда мине үҙҙәрендә үткәреләһе ҡунаҡҡа йәүкәләне. Көтмәгәндә, тип әйтеүем шунан килә, беҙ уның менән, эш буйынса тимәһәң, яҡындан аралаш-ҡан, бер табаҡтан аш ашаған, бер көрәгәнән ҡымыҙ һемергән әшнәләр ҙә түгел түгеллеккә, тағы йәш айырмабыҙ ҙа апаруҡ ҡына, мин яңы әрме сафында хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан егет, ә ул ҡырҡ йәштән уҙған ир уртаһы кеше, ике бала атаһы. Малайҙары ҙурайған инде, күптән үҫмерлеккә ингән, йомош һылтауынан дауахананың гаражына килеп күренгеләйҙәр ылғый, ҡатыны терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әхмәттең һүҙ ыңғайында тубытыуына ҡарағанда, әле ойошторолаһы табынды улар, олонан ҡубып, ҙурҙан ҡормаҡсылар икән. Ғаиләлеләр унда парлап барыры көн кеүек асыҡ, ә мин - буйҙаҡмын, ирекле, үҙаллы, бойондороҡһоҙ йәшәүҙе хуп күрәм, өйләнеү, муйынға мәленән алда ҡаб-аланып тормош ҡамытын кейеү, ике ятып бер төшөмә инеп сыҡмай әлегә. Вайымһыҙ, елғыуар йәшәү рәүешем дә күсмә ҡаҙаҡтыҡылай - бөгөн бында, иртәгә тегендә, ҡайҙа ҡыҙыҡ, ҡайҙа мәрәкә, ҡайҙа кәмит - мин шунда. Етем ҡорһағы ете ҡат тиҙәр бит, тамаҡ туйыр ерҙе лә алдан ҡарап- байҡап ҡына йөрөйөм үҙем дә. Әлеге өндәшелгән ерҙә ҡыутомшоҡ йәшәйештең ҡоро-һарыһы, ҡаты-ҡотоһона күнгән, күнеккән тамағым һис шикһеҙ туйыр, уныһы бәхәсһеҙ, әммә үҙемдән әллә күпмегә оло йәштәгеләр менән йыйылышып ултырыу миңә ҡыҙыҡ, та кәрәк тә түгел. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит, тиҙәр бит, саҡырылғас, ни булһа ла булыр, барайым. Йәнә, орҙо-бәрҙерәк, яндырайыраҡ холоҡло Әхмәттең саҡырыуы ла бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡты, ул кире ҡаҡҡыһыҙ, бойорғандай итеп һуҡ бармағын минең тарафҡа һөңгөләй ҡаҙаны: “Ызначит, молодой человек, мы приглашаем тебя, киләһең, килмәй генә ҡара! Берәй юҡ һылтауҙы табып, уйлап сығарып һүҙемде йыға ҡалһаң, сматри, башҡаса миңә яҡынлайһы, күрешәм, тип ҡул бирәһе булма! Ясно выразился?!” Төшөнмәгән ҡайҙа, төшөндөм. Тағы йор һүҙле, көләмәс, лаҡап һөйләргә әүәҫ Әхмәттең шаяртып, уйынлы-ысынлы, яйы сыҡҡан һайын ҡабатлаған бер әйтеме лә бар бит әле: “Саҡырып ҡунағың килмәһә, ауырып бисәң үлмәһә, шунан ҡыйыны юҡ!” Шулай итеп, барырға ҡарар ҡылдым, бер сменала, уртаҡ эш атҡарған хеҙмәттәшемә ҡыйынлыҡ, мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа булдым, һин дә мин эшләп йөрөгән, ҡап урталай бүлһәң, упа ҡәҙәре ике бисә сыҡмалы, сәләмәтлеге тышҡа бәреп торған достоин ҡатыны ла имен генә була күрһен. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, ҡулды төбө тишек кеҫәгә тығып барып инеү килешеп бөтмәҫ, тип күстәнәскә затлы әрмән коньягын һатып алып, ҡултыҡ аҫтына “Ҡош һөтө”тип аталған ҡаплы кәнфит ҡыҫтырҙым да киттем кисҡырын ҡасаба осондағы кирбестән һалынған йортҡа. Күреп-белеүемсә, Әхмәттәр шул ике ҡатлы йорттоң аҫҡыһында өс бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Ни хәл итмәк, әҙерәк кенә ултырырмын да, мәжлес ҡыҙа төшһә, һиҙҙермәй, ҡунаҡтарҙың күҙенә артыҡлап салынмай ғына сығып та һыпыртырмын, Әхмәткә һый-хөрмәт өсөн рәхмәтте һуңынан, иртәгеһен әйтермен әле. Исем өсөн булһа ла барып күренеп киткәс, ихтирамың, иғтибарың шулдыр, эшкә һынаманың, тип мыжый алмаҫ аҙаҡ, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа имен, был осраҡта, бөттө-китте.
Ысынлап та ҡунаҡтарҙы күп итеп йыйғандар, ян-тирәләге ауылдарҙан яҡын ҡәрҙәштәре, сыбыҡ осо туғандары килгән, араларында мин күргән-белгән таныштар ҙа бар, таныш түгелдәр ҙә. Күрешеп, көңгөр-ҡаңғыр хәл-әхүәл белешкәндән һуң ир-ат, абруй-дәрәжәләренә, тотҡан урындарына, йәшәлгән йәштәренә ҡарап, ҡурсаҡтай ҡуҫтарланған, һыланған-һыйпанған ҡатындарын яндарына алып, сиратлап өҫтәл тирәләй ултырыша, урынлаша башланы. Кимәле ярты һыңарҙың биләр биләмәһе, һағыр ҡуналҡаһы алдан тәғәйенләнгән – ҡуныр еремә төртөп күрһәтеп әйҙүкләмәһәләр ҙә бер яҡ мөйөштән, иш-ек ҡырлауынан урын алдым. Бер үҙем, тип бошонһам да бөтөнләй үк яңғыҙ түгелмен икән дә баһа, көтмәгәндә-уйламағанда, яр аҫтынан яу сыҡҡан, бына һиңә мә, һиҙемләүемсә, кемеһенеңдер ҡарындашынмы, яҡын һеңлеһенме, алыҫ балдыҙынмы, әллә күҙ алдында йөрөгән ултыраҡ бикәсенме шунда, тәбәнәк буйлы, ҡыҫҡа аяҡлы, ҡалҡыу янбашлы, тар бәрхәт күлдәгенә саҡ, илла-алла менән һыйған тыңҡыш кәүҙәле, еҙ батмустай ерән сәсле, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкелле бер ҡыҙҙы миңә терәп, йәнәшәләтеп ултыртып та ҡуйҙылар. Әхмәттең ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп саҡырыу сәбәбе ниһайәт асыҡланғандай итте, шулай итеп, үтемһеҙ тәғәмде бал ҡалаҡҡа һалып теләкһеҙ ҡабып, ауырлыҡ менән йотоп ебәрерлек ошо, үтә йәмһеҙҙән саҡ ҡына юғары, урта сибәрҙән һиҙелерлек ҡайтыш һылыуҙы миңә димләмәкселәрҙер, шыма килеп сыҡҡан осраҡта, һылап, та-ғып, йәбештереп үк ҡуймаҡсыларҙыр. “Димсе диңгеҙ кисер” тиҙәр бит, күҙләштереүселәр, ҡоҙалаусылар әүәле лә булған, хәҙер ҙә бар. Һайланған һаҙға батҡан, ултырыр ултырыш урыны тапмай аҙып-туҙып һикрәңләгән ас саранча сиңерткәһеләй оса-ҡуна торғас, ҡаптым ҡармаҡҡа, көтмәгәндә. “Юҡ инде, мин улай тиҙ генә, күндәм генә баш һалып, телһеҙ-тешһеҙ ауыҙлыҡланғандарҙан, тибешмәйенсә өнһөҙ тышалғандарҙан түгел, тәртә араһына ла ҡаршылыҡһыҙ тыға алмаҫһығыҙ, бешмәгән мәмәйҙе икенсе урындан, ситтән эҙләгеҙ, йәме?” тип йыуатам үҙемде эстән.Теге ҡыҙ ултырышыу, урынлашыу ығы-зығыһынан файҙаланып шыпырт ҡына ҡаш аҫтынан минең яҡҡа ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл һирпелгәйне, мин дә үҙ сиратымда, уны оҡшатҡандай, үҙһенгәндәй итеп текәлеп, дөйөм иғтибарҙы артыҡлап йәлеп итмәй генә, һыумейе, шыр тиле кешеләй ауыҙымды ышпайтып, күҙ алмаларының ағын әйләндереп, ҡараларын ҡылыйландыра биреп танау осона йүнәлтеп, эҫелә сарсаған бурҙайҙай телемде һәлберәтә төшөп, ике донъя, бер мөрйә тормошта көн иткән, зиһен-аң кимәле тап-таҡыр, иҫкә бер төрлө һантый әҙәмдәй иркен итеп, мәғәнәһеҙ, хаяһыҙ йылмайып ебәрҙем. Был минең аңыш, семтем дә аҡыл сағылмаған фиғелемдән шикләнде, һипһенде шикелле, тумалаҡ, тығыҙ аяҡ сираҡтарын ишеп, күлдәгенең наҡыҫ итәген ҡымтып тубығы яғына тарта төшөп, ике арала һиҙелерлек арауыҡ ҡалдырып арыраҡ шылды. “Ситкә тибәреп, саф хистәремде яуапһыҙ итмә, зарыҡтырма, һылыуым, китмә берүк, ташлама мине аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына!” Эскерһеҙ, ихлас һөйөүгә туҡылған игелекле уйымды тормошҡа ашырырға теләп, мөкиббән китеп ғашиҡ булған мәжнүн ише, быжыр биттәрҙән сиратлап үпәкәй итергә йыйынғандай ыңғайы бер ҡыҙҙың артынан тартылғайным, был, яҡын юлайһы, һырпаланаһы булма, тигән фиғелдә һыпатһыҙ йөҙөн уҫал төмһәртте. Шөкөр, ҡотолдом әләйгәс, был аяҡлы бәләнән дә, өнөндә шөрләттем, инде килеп төшөнә инеп йөҙәтермен, ҡотон алырмын, шай.
Һүҙ ҙә юҡ, хужабикә ҙур ҡалаларҙағы һиммәтле ресторан залына торошло, һәммәһе юғары зауыҡ менән урынлаштырылған күркәм өҫтәл хәстәрләгән. Буштың атаһы күптән үлгән, сәбәпһеҙ, осраған береһенең алдына һый ҡуйып, ҡалъя һоғондора һалып бармайҙар хәҙер, йә берәйһенең юбилейы, бәпес туйы, ҡул ҡулды йыуыу һөҙөмтәһендә ҡутараһынан килгән табыш, йә бүләк, юҡ тигәндә таныш-белешлек арҡаһында алынған Маҡтау Ҡағыҙы йыуыла. Ә унда инде ҡоро ҡул барыу шыпа ла килешмәгән эш, түш кеҫәңдәге конвертта тәғәмләнер ризығыңды ҡапларлыҡ төйөрөм генә аҡса ятыу фарыз. Баҙар иҡтисады шарттарында шулай һәммәһе лә алдан уйланыла һәм иҫәпләнә. Ә теге саҡтағы Әхмәттәрҙең табыны, һиҙемләүемсә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, маҡсатһыҙ йыйылғайны. Иркенләп күңел асып ултырыуҙыр теләктәре. Ысынлап та, ятһырап-тартынмаған, бер-береһе менән аралашып, ҡатышып йәшәгән таныштар, ауылдаштар, дуҫтар ирәүәнләп, иркенләп байрам итә. (Дауамы бар)