Даими, оҙаҡ йылдар дауамында, Лениндың тыуған көнө уңайынан, аңыбыҙға һеңгән йолаға ярашлы, йәрминкә үткәреп аҙапландыҡ. Шунда аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, хужалыҡ тауарҙары һатыуҙан йыйылған иғәнә аҡсаһын аҙаҡ Бөтөн донъя Тыныслыҡ ойошмаһының махсус ярҙам фонды иҫәбенә күсерә торғайныҡ. Башҡарма комитет рәйесе булараҡ, ошо мөһим сараны урындағы депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар Советы, мәктәп коллективына таянып ойошторҙом гелән. Йыр-бейеүгә аралаштырып үткәргәс һабантуйға күңел асыу өсөн барғандай, тотош ауыл Советына ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәр һеперелеп килә ине. Һәммәһе лә байрамса кейенеп, ҡуҫтарланып ала, һәммәһенең дә кәйефе күтәренке. Үҙҙәре генә белгән аҡланырлыҡ сәбәптәр арҡаһында һатырға әйбер сығара алмаған асығауыҙҙар, бер ҡатлылар сараны ойоштороусыларға хәлдәренән килгәнсе, кеҫәләрен әйләндереп һуңғы тиндәрен сығарып һалалар. Тиндәр, тиһәк, тә тиндәрҙе ҡушһаң меңдәр йыйыла, көн аҙағында инде йәрминкәнең хәйер йыя торған ямаулы кәпәсенә байтаҡ ҡына бол төшә. Шуны комиссия иҫәпләй ҙә, рәсми протокол тултырғандан аҙаҡ, һуңғы тингәсә почта бүлексәһенә илтә, ә мин шәп, фартауай кешеләй яҡшатланып, эшләнгән эш хаҡында район үҙәгенә шылтырата һалам, сөнки бүтән ауыл Совет-тарының да ошо сараға йәлеп ителгәнлектәрен яҡшы беләм. Бәйгеләге ише, нисек тә беребеҙ икенсебеҙҙе уҙыу фарыз, кем алыҫҡараҡ төкөрә, йә саптыра, йәнәһе.
Йәрминкә үткәндең иртәгеһенә иртә менән эшкә килһәм, ҡартлығына барып тамам йоҡонан яҙған Ғәлиә ҡарсыҡ ауыл Советы бинаһының бейек күтәрмә майҙан-сығында суҡайып көтөп тора. Туғандарһыҙ, әҡрәбәһеҙ арғы оста яңғыҙы ғына көн итә ул. Ғәлиә үҙе сығышы менән Хәйбулла районынан, бында әбейе үлеп ҡалған Фәтхулла бабайға килгәйне. Ижаб уҡыттылар ҙа, етемлектәренән, ярты-йортолоҡтарынан арынырға итеп беректеләр олоғайған көндәрендә. Иртә уңмаған кис уңмаҫ, тиҙәр бит, һуғыш инвалиды бабай көтмәгәндә, ҡапыл ғына гүр эйәһе булды. Ни генә ҡылһын, башҡа күсенеп йөрөрлөк хәле лә, рәте лә ҡалмағас төпләнде һуңғы төйәгендә, ауыл халҡы ҡарамағында йәшәне. Илгәҙәк, киң күңелле әбей тиҙ арала, ғүмере буйы ошонда көн иткәндәй, үҙ кешегә әүерелде лә китте, мәгәр яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһен, өндәшмәһә, тышҡа сығармаһа ла Ғәлиәнең көн итмеше еңелдән түгелдер. Туҙа барып харабаға әүерелгән өйөнөң өңрөй тәҙрәһендә төнө буйы йоҡоһоҙлоҡтан интеккән өкө күҙҙәреләй ҡыҙғылт ут йызлай, тимәк йорт та йоҡоға китә алмай серегән яғына аушайып әүелйей, хужабикә лә уяу. Ҡарсыҡ әлегә тере, тере генә түгел, фани донъяла барлығын раҫлап, иҫбатлап көнөнә бер тапҡыр укол ҡаҙатыу маҡсатында медпунктҡа барып әйләнә, юл ыңғайы сәй-шәкәр хәс-тәрләп көнкүреш кәрәк-ярағы һатылған кибеткә лә һуғыла. Сепрәк киҫәгенә тартым яулығына бөрөп һатып алғаны ла шул, ҡуш йоҙроҡ саҡлы нәмә инде шунда. Ау-ылдың бирге яғындағы медпункт, бер яҡ ҡырғараҡ, түң башындағы ҡаҡланға һалынған таш кибет, ҡарсыҡтың йортонан апаруҡ йыраҡта урынлашҡандар, шуға күрә йөрөп әйләнеү тигәне, сиратлап әхирәттәренә һуғылып, тамаҡ сылатыу һылтауынан эс йәйелгәнсе сәй һемереп, һыу буйы сөкөрҙәшеүҙе лә ошо теҙмәгә керетһәк, сәхәрҙә башланған сәфәр оҙон көнгә һуҙыла. Әле күнегелгән һуҡмағын яҙлыҡтырып, аймылтып, таң һарыһынан миңә килергә иткәс, йомошо үтә лә етдиҙер, күрәһең.
Ҡарсыҡ мине алыҫтан уҡ абайлағас төҫ-башын рәткә килтерергә теләпмелер, эйелеп, морон өлөшө кителеп тишелгән сөм калушының һыртындағы туҙанды ҡыу сыбыҡҡа ҡаллған бармаҡтары менән һыпырҙы ла ыңғайы бер күлдәгенең итәк өлөшөнөң эс яғын ҡайырып томоз танауын һеңгерҙе. Ауырлыҡ менән билен яҙып ҡорҙай кәүҙәһен турайтты, мәгәр мәленән алда һүҙ башларға ҡыймай, ас яңаҡтарын эскә тартып, йоҡа ирендәрен ҡымтыны.
Кабинетҡа инеп ултырҙыҡ. Танауға оло кешеләрҙә генә була торған ҡырҡыу еҫ бәрелде. Ишек төбөндәге ултырғысҡа һаҡҡан ҡарсыҡ төҫө уңған күлдәгенең мул итәген йыйыштырып, һиҙрәй төшкән сәсәкле шәлен төҙәтеп ябынғас, ҡулдарын алға һоноп ауыҙы эсенән бышылдап, доға уҡып, һарғылт балауыҙҙай сырыш йөҙөн һыпырҙы ла тоҙ төҫөн алған ташбыҡ күҙҙәрен миңә йүнәлтте:
- Һау ғынаһыңмы, балам, эштәрең нисек, имен-аман ғына йәшәп ятаһығыҙмы, әсәйең ни хәлдә, килен ни бөтөрә, малайың үҫәме?
- Һеҙҙең фатихала инәй! - Йөҙ сирмай ихлас яуапланым. Хәҙер һәммәһе тәфсирләп белешеләсәк, шунан ҡабаттан доға ҡылынасаҡ, ауылдың яҙылмаған, мотлаҡ үтәлә килгән ҡануны шундай, уны ситләтеп үтеү хилафлыҡ, белекһеҙлек иҫәпләнә. Ете ятмы, әллә көндә күреп, ҡатышып йәшәгән ут күршеме, уныһы мөһим түгел, һөйләшеү бына ошолай иҫәнлекте барлауҙан башлана, әгәр ҡаршыңда ултырғандың донъяһы теүәл, көнитмеше бөтөн икән, уның менән әңгәмә ҡорорға, йомошоңдо йомошларға мөмкин. Ғәлиә аят ятлағандай һорауҙарын тәфсирләп теҙеп бөттө лә ниһайәт, төп әйтеренә күсте:
- Кисә был яҡҡа сығып әйләнмәһәм дә яҙа-йоҙа ишетеп ҡалдым, колоп ҡаршыһында баҙар ойошторғанһығыҙ икән.
- Барыбер түгелме ни, икеһе лә сауҙаға, алыш-бирешкә барып ялғана. Нисегерәк үтте шул кәсебегеҙ?
- Һо, инәй, иҫ китмәле шәп, беҙ һәр ваҡыттағыса районда иң беренсе!
- Сөбхәналла. Ҡара тырышһың инде, балам, күҙ тейә күрмәһен! Бесән өмәһендә сабыуҙа ал бирмәй ярыша торғайны әүәле ир-ат, ә һеҙҙең ҡайһы яғығыҙ алда инде?
- Бәрәкалла, бына килде замана, ә, башҡаһы бөткәс, һуңғы сиктә аҡса йыйыуҙа уҙыша башланылар. Шу йыйған саҙаҡағыҙ өсөн һеҙгә нимә бирәләр?
- Нимә, тип, - көтөлмәгән һорауҙан баҙап ҡалдым да аҡланғандай өҫтәнем, - Маҡтау Ҡағыҙы менән бүләкләрҙәр, бәлки, йә яҙма рәхмәт белдерерҙәр. Игелекле сара үткәргән өсөн күтәрмәләмәһәләр ҙә үпкә юҡ.
- Гел шулай ҡағыҙ тоттороп алдаштырҙылар, алдаштыралар беҙҙең ишеләрҙе. Калхуз осоронда ла эш көнө урынына беҙгә ҙурҙан таяҡ ҡуялар ине. Йыл аҙағында шуларҙы хисаплайҙар ҙа йыллыҡ эш хаҡы урынына келәттән бүҫкә тоҡ самаһы һоло үлсәп бирәләр. Ә уны ғаиләңә ашатаһыңмы ла малыңдың алдына һалаһыңмы?! Баҫып, таяҡлап, мәжбүр итеп эшләттеләр. Эшкә саҡҡа ғына һуңлап ҡара, шундуҡ халыҡ дошманына әүереләһең, исемеңде яҙып ҡара таҡтаға ҡаҙаҡлап та ҡуялар. Беҙҙең заманда ҡыҙыл таҡта менән ҡара таҡта булды кәнсә ишегендә. Кем алдынғы - шул ҡыҙыл таҡтала, хилафлыҡ ҡылған-дарҙың урыны билдәле. Ҡараға эләкһәң аҙна эшләгән таяҡтарыңдан яҙыуыңды көт тә тор. Күрҙек инде күрмәгәнде! - Ғәлиә коллективлашыу осорондағы шул бетәү һолоно яңынан ҡапҡандай маңлайын ризаһыҙ сирып тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтте. - Фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә ынтылыу һәйбәт күренеш, игелекле шөғөл, әлбиттә... - Башлағанын тамамламай тынып ҡалды ла бер аҙҙан еле сыҡҡан туптай уфтанды. - Ә ярлы-ябағаға килгәндә улар ҡайҙа ла бар!
- Ни йомош инәй, яғыр утының, ашарға тамағың бармы?
- Шөкөр, аҙна элек Зәйнулла бер арба йөгө итеп ҡоро-һары килтереп ауҙарғайны, кисәге көн мәктәптә Тимер камандаһында йөрөгән балалар килеп, бысып-ярып, өй ҡырл-атып өйөп тә ҡуйҙылар шуны, рәхмәт төшкөрҙәр. Оном да бар әлегә, күршелә йәшәгән, улым хөкөмөндә йөрөгән Абдулла Ивановка тирмәненән ҡайтышлай бер талайға етмәле итеп индереп сыҡты элгәрге көн. Миңә ни, яңғыҙ башҡа, көнөнә бер йәймә ҡабартма менән оло бер самауыр - баштан ашҡан һый!
-Ҡайһылай йәтеш иткәндәр. Өйөңдөң ҡыйғын быйыл нисек тә яйын табып һипләп ҡуйырбыҙ бесән алдынан! - Ҡарсыҡты бында килтергән йомоштоң асылын күҙалларға итеп әйтелгәндәрҙе күтәрмәләнем.
- Әлеге ғәмем икенселә, - Ғәлиә салланған йоҡа сәстәрен төҙәтеп яулығы аҫтына йәшерҙе, - мин шуға тип килдем әле, улым, кисәге йыйған аҡсағыҙҙан бер аҙ өлөш сығара алмаҫһығыҙмы? Таяҡҡа, бушлай эшләп алған пинсем, ҡоромағыр, ни тиклем тартып-һуҙһаң да айыныҡы айына етмәй...
- Һин нимә, инәй, ул аҡсаның ҡайҙа киткәнен беләһеңме?
- Ярлыларға тинең дә баһа, әле генә.
- Ярлыларҙың иң ярлыһына! Африка континенты бар бит әле. Шуның теге яҡ осонда ятҡан Көнъяҡ Африка дәүләтенең арғы сигенә йүнәлтәсәкбеҙ ярҙам фондын. Райондан шулай тинеләр.
- Йәһәннәмдең төбөндә икән, әләйгәс. Шул тамуҡта кем йәшәй инде?
- Трусиктан башҡа кейеме булмаған, ҡояш ипкененә бешеп ҡатҡан негр!
- Ярай, төрөсиге бар икән әле, юғиһә инәнән-тыума яланғас йөрөр ине, бахыр! - Ғәлиә кеткелдәп көлөп ҡуйҙы ла йөҙөн етдиләндерҙе. - Үлән үҫкән ерендә үҫә, үҫмәй икән, күпме генә тырышһаң да таҡырға үҫемлек ҡундырып булмай, шуның һымаҡ яланғасҡа ла кейем яғыла һалып бармай ул, сөнки Хоҙай Тәғәлә уға шулай йәшәргә ҡушҡан. Ете ят ҡарасманды ҡайғыртҡансы үҙебеҙҙекеләрҙең берәйһенә йүнәлтһәгеҙсе, ярҙамығыҙҙы. Белгән-күргән, алдығыҙҙа йөрөгәнгә.
- Беҙҙә ярлылар юҡ та баһа, инәй, етеш йәшәйбеҙ, шуныһына шөкөр итәйек!
- Зарураттан оят ерҙәрен япраҡ менән ҡаплағандар ҙа юҡ түгел беҙҙә. Прастуй кейем кейеүҙәме ни эш, көнитмешебеҙ яланғас. Шуны күрмәйбеҙ генә, күрергә теләмәйбеҙ! - Әбей шулай тине лә әкрен генә баҫып, тертәңләп ишек яғына ҡарай йүнәлде. - Ишек тотҡаһына йәбешкәс кире ҡайырылды. - Тағы ла бер үтенесем бар ине, балам, яңғыҙ көн итәм тиһәм дә бохар бесәйем бар бит әле. Үлә-нитә ҡалһам, әҙәпле, тәүфиҡле йәнде етемгә ҡалдырмай Фатима әхирәтемә илтерһегеҙ. Уға тум-бытып әйтеп ҡуйғанмын. Белә...
Хәҙер йыш ҡына мине бер уй борсой - теге саҡ, шул ебәргән нәмәбеҙ тәғәйен урынға, төбәгән кешегә барып еттеме икән? Әгәр етә ҡалһа, бик һәйбәт, үтә мәслихәт. Икенсе тынғылыҡ бирмәгән, күңелемде өйкәгән һорауым - нишләп ярҙам алған белекһеҙ негр, ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы әйтемен иҫендә тотоп, бөгөн беҙҙең хәлгә ине-ргә теләмәй?! Хәлгә лә бит мәлендә инә белергә кәрәк. Һәм иң үкенгәнем - шул аҡсаны теге саҡ төпһөҙ ҡоҙоҡҡа ырғ-ытҡандай зерә ситкә ебәргәнбеҙ, әгәр әҙәпле, тәүфиҡле, күпте талап итмәй, аҙына шөкөр итә белгән Ғәлиә әбей һымаҡтарҙың көн итеүен яҡшыртыуға тотонһаҡ, әллә күпмегә сауаплыраҡ булыр инек.