2021 йылдың сентябрендә илебеҙ тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе—Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Һәр кемгә үҙ төбәгендә уҙғарыласаҡ сараның үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Быйыл, әлегәсә ҡулланылған традицион ысулдарҙан тыш, халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр интернет ярҙамында ойошторола. Һәр кемгә «Дәүләт хеҙмәте» порталында һорауҙарға туған телдә яуап биреү мөмкинлеге бирелә.
Баймаҡ районы Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерме? Ул нисек үтәсәк? Иҫәп алыусылар нимәләр хаҡында һорашасаҡ? Был һорауҙарға Баймаҡ районының Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса уполномоченныйы Альбина Рәмил ҡыҙы Тимерова яуап бирҙе.
—Баймаҡ ҡалаһында һәм районында бөгөн бөтәһе нисә кеше иҫәпләнә?
—2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Баймаҡ муниципаль районында 58572 кеше: уларҙың 17710-ы ҡалала, 40862-һе ауылдарҙа. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: районда барлығы 38 милләт татыулыҡта һәм тыныслыҡта ғына йәшәй. Башҡорттар—48666 (83,1%), рустар—6947 (11,9%), татарҙар—2030 (3,5%), сыуаштар—96 (0,2%), марийҙар—31 (0,05%), украиндар—86 (0,1%), мордвалар—47 (0,08%), удмурдтар—8 (0,01%), башҡа милләттәр—512 кеше (0,9%).
—Баймаҡ районында халыҡ иҫәбен алыу нисек үтәсәк?
—Район территорияһында барлығы 31 хисап участогы эшләй, улар үҙ нәүбәтендә 5 иҫәпләү участогына берләшкән. Ауылдар менән эшләү өсөн 70 хисаплау бүлексәһе 12 иҫәп алыу майҙансығына ҡарай. Халыҡ иҫәбен алыуҙа барлығы 156 хеҙмәткәр эшләйәсәк. Иҫәпләүселәрҙең һәр береһенә яҡынса 550 кеше: ҡалала 570 кеше булһа, ауылдарҙан 556 кеше тура килә.
—Хәүефле урындарҙа халыҡ иҫәбен алыусылар нисек эшләйәсәк? Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе нисек танырға була?
—Хәүефле территорияларҙа иҫәп алыусыларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөйәсәк. Уларҙың һәр береһенә рәсми таныҡлыҡ бирелә. Таныҡлыҡты паспорт менән бергә күрһәтергә тейештәр. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу логотибы һәм яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар менән япма, киске ваҡытта эшләргә фонарь, иҫәп алыу ҡағыҙҙары өсөн махсус сумка-портфелдәре буласаҡ.
—Йыш бирелгән бер нисә һорауҙы билдәләп үтегеҙ?
—Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 10 йылға бер тапҡыр ғына үтә. Илебеҙ алға атлаған һайын, һәр йүнәлеш бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисерә, һанлы технологиялар индерелә. Әлбиттә, саралар традицион рәүештә уҙғарылып торһа ла, улар бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған. Быйыл да халыҡ иҫәбен алыуға байтаҡ яңылыҡтар индерелде. Быға ҡағылышлы халыҡтан иң күп бирелгән бер нисә һорауға туҡталам:
Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында вахта буйынса эштә, дауаханала булыусылар иҫәп алыу ҡағыҙҙарын Дәүләт порталы аша тултыра ала. Интернетҡа инеү мөмкинлеге булмаһа, уның тураһындағы мәғлүмәтте туғандары бирә ала. Рус телен белмәгәндәргә мәғлүмәтте Дәүләт порталында туған телдәрендә биреү мөмкинлеге булдырылды. Статистика-мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре килгән осраҡта бар ғаилә ағзаларына ла булыу мотлаҡ түгел, һорауҙарға бер генә кеше яуап бирә. Ғаиләлә икенсе ҡалала уҡып йөрөгән студент балалар бар икән, улар тураһында мәғлүмәт ваҡытлыса йәшәгән урындарынан алынасаҡ. —Баймаҡ районы халҡына ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?
—Баймаҡтарға Халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын теләйем. Сөнки тап ошо мәғлүмәттәр илдәге социальдемографик сәйәсәтте билдәләй, тарихта һәр кемебеҙҙең эҙен ҡалдыра. Бәрәкәтле еребеҙҙә бер-беребеҙ менән татыу һәм тыныс йәшәйек!
#Всероссийскаяпереписьнаселения2021