АТАЙСАЛ
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
2 Апреля 2021, 03:25

Елмерҙәк

Әҙәм балаһы иң әүәл матурлыҡты, йәмде, бәрәкәтте, игелекте күрһә һәм абайлай белһә, яманлыҡҡа, хаслыҡҡа, йәмһеҙлеккә урын да ҡалмаҫ.

Сибай-Өфө трассаһында, Инйәр ҡасабаһын үткәс, рустар Тещин Язык, беҙҙең халыҡ матур итеп Елмерҙәк тип атаған, апаруҡ араны алған, ҡырҡа боролошло юл бөгөлө бар. Ҡош осор бейеклектән ҡараһаң, оҙон телде хәтерләтә, тип тә һөйләйҙәр ҡайһы берәүҙәр, мәгәр уны бер тапҡыр ҙа юғарынан күрмәгәс улай тип иҫбатлай алмайым. Шул русса атама шыпа ла оҡшамай миңә, күңелемә ятмай, ошо ерҙән үткән һайын иң әүәл ҡәйнәм хәтергә төшә. Ул инсафлы, тыйнаҡ, баҫалҡы холоҡло ине, эргәһендәгеләргә һис ҡасан һүҙ ташыманы, ауыл буйлап ғәйбәт йыйманы, нахаҡ хәбәр һөйләмәне. Күп ваҡыт йылмая биреп башҡаларҙы тыңлай ҙа йоҡа ирендәрен ҡымтый ҙа ҡуя. Ҡымтығас, тимәк риза түгел ишеткәненән. Егәрле, эшлекле, бөтмөр булды, уның ҡасан түшәккә ятҡанын, ҡайһы мәлдә тороп киткәнен күрмәнек тә белмәнек тә, иллә өйҙә һәр саҡ тәртип, таҙалыҡ, өҫтәл тулы ризыҡ. Икмәкте булыр-булмаҫ мендәрҙәй ҡабартып, оҫта итеп бешерҙе. Ундай тәғәмде әүәләргә күптәрҙең ҡулынан килмәй хәҙер, һәм килмәҫ тә, сөнки бәрәкәткә, бал-ыуанлыҡҡа өйрәнеү мөмкин түгел, ул илаһи тылсымға бәрәбәр, ул Хоҙай Тәғәлә бүләге. Күстәнәскә шул ризыҡты һалды ылғый. Бер тапҡыр, ҡайтырға сыҡҡас, артыбыҙға ҡайырылып ҡараһаҡ, ҡәйнәм йүгереп килә. Әллә берәй әйберебеҙҙе онотоп ҡалдырҙыҡмы, тип туҡтаныҡ та кире яҡҡа йүнәлдек. Ул хәле бөтөп килеп етте лә ҡулындағы төргәген миңә һондо:
- Икмәк бирергә онотҡанмын, кейәү!
Ошо осрашыу һуңғыһы икәнлеге шул саҡ башыбыҙға инеп тә сыҡмағайны.
Ағастар тигеҙ үҫмәгән кеүек, ҡәйнәләр ҙә бәхәсһеҙ, төрлө фиғелдә, мәгәр минеке, һис ҡасан оҙон телле, телдәр булманы.
Шул, Өфө-Сибай юлында, ҡайтышлай, уң яҡта, күркәм таш өйөмө юғарыға ҡалҡҡан, хас та күпереп бешкән, яңы ғына мейестән сыҡҡан йылы икмәк. Ошо ҡаяны Ҡәйнәм Икмәге, тип атарға ине!
Әҙәм балаһы иң әүәл матурлыҡты, йәмде, бәрәкәтте, игелекте күрһә һәм абайлай белһә, яманлыҡҡа, хаслыҡҡа, йәмһеҙлеккә урын да ҡалмаҫ.
Читайте нас