Башҡалар кибеттән һатып алынған тимер сана, шәп саңғыла, ялтыр конькиҙарҙа шыуа, ә миңә һырғалаҡҡа алтын ҡуллы балта оҫтаһы, арғы оста йәшәгән еҙнәм сана-саңғыны, быймаларға ҡайыштар ярҙамында беркетмәле шыуғысты ағастан тәсәйҙәй күркәм итеп эшләп бирә, ҡулдан әтмәләнгәнде мөрхәтһенмәүемде күреп һалпы яҡҡа һалам да ҡыҫтыра: “Ни тиһәң дә кибеттән алған сифатһыҙ, үҙеңдекенә етеү ҡайҙа?!” Буштан килгән бүләккә бүкмәйҙәр, ғәҙәттә, бүкһәң һемәйеп ҡалыуың бар, шуға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм. Ағас ҡорамалдарын үҙемсә ҡулайлап алам шулай ҙа, сана, саңғы, эйгес табандарына боҙ ҡатырам, шулай итһәң башҡаларҙан һис тә ҡалышмайһың, хатта уҙып та киткеләйһең ҡайһы саҡ.
Ауылдың урта төшөндә бер ишле ғаилә йәшәне, шунда аралашырға барам йыш ҡына. Балалары арыу һымаҡ, ә бына атай кеше эш яратманы, ялҡау, елкәһе йоҡа булды, ҡатыны ла силәгенә күрә ҡапҡасы - ауыл ғәйбәтен һағыҙҙай сәйнәй, теле - торғаны ағыу. Бер көн уйын барышын ситтән күҙәтеп торған, йәнем ҡабул итмәгән, үҙ сиратында мине ек күргән теге хужабикә һәммәһенә ишетелерлек итеп йыландай саҡты: “Ас-яланғас етемәктәр ҙә булдымы кеше, улар бит бур, уҫал, алама, бетле…” Шул түбәнһетеүҙән һуң эргәмдәгеләр әллә ерәнеп, әллә бысраҡ йоғоп ҡуйыуҙан һипһенеп ситкә тартылдылар. Ғәрлегемдән һарай мөйөшөнә барып һыйынып сеңләгәнем хәтерҙә…
Бесән осоро етһә үтмәҫ, көйләнмәгән аңҡау салғы менән яңғыҙым бесән сабам, ботаҡ һа-плы һәнәк менән бакуйҙы йыйып күбәгә ултыртам. Күбәләрҙе тарттырыу өсөн ат ҡайҙа, уны теләнселәп кемгәлер аҙна самаһы иртәнән алып ҡара кискәсә бил бөгөргә кәрәк. Ҡойолған кәбәнде лә ер аяғы ер башынан һайғау ташып кәртәләйһең, билдәле инде көсәнеп һөйрәп, ярай әле асарбаҡ хәлендә хәйерселәп көн иткән ир ярҙамға килә. Һантыйға хисаплаһалар ҙа аҡылы теп-теүәл, зиһенле, эшсән, әҙәпле ине ул. Арығансы эшләйбеҙ ҙә кин-дер ашаулыҡ йәйеп ебәреп Тәңре ебәргәнен уртаға ҡуйып, баҡырсала сәй ҡайнатып табын хәстәрләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә, ғәҙәттә, ике йомортҡа, дүрт бөртөк мундир картуф, ярты йомғаҡ май, түтәрәм арыш икмәген юллай. Шуларҙы ғәҙел бүлешеп тәғәмләнәбеҙ. Ул икмәк валсыҡтарын сәсмәй, ауыҙ тирәһен өҙлөкһөҙ ҡулъяулығы менән һөртөп, ашыҡмай, ҡарһаланмай ғына ашай, һығылып торған табын артындағы зыялы ҡунаҡ тиерһең! Ысын-барлыҡта ул бит ауыл, мир ҡарамағында, кеше көнлө, тамағы ла аслы-туҡлы, мәгәр ошо торошонда ла әҙәм сифатын һаҡлап, ысын кеше булып ҡала белә. Ир бесән сабыуҙа ғына түгел, олоно менән һөйрәтеп килтерелгән, мәтегә ҡатып бөткән утынды бысырға, ярырға, өй ҡырлауына ташып өйөргә ярҙам итә, картуфты ла икәүләп ҡаҙып алабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә алыштырғыһыҙ ярҙамсым, уң ҡулым. Унһыҙ ҡайһылай итер инем икән?!
Ул тәүфиҡле, тәрбиәле ир хаҡында һүҙемде дауам итеп тағы ла бер бала саҡ хәтирәһен өҫтәмәксемен.
Бер саҡ малайҙар йыйылышып алып, ауыл осондағы ҡайын ҡыуышына оялаған ҙур һа-ғыҙаҡ күсен туҙҙырҙыҡ. Ярһыған бөжәктәр беҙгә ташлана, беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа талс-ыбыҡтарҙы ҡылыстай болғап тегеләргә ынтылабыҙ. Сағылып-таланып бөттөк, иллә ҡуйыр рәт-самабыҙ юҡ. Шулай пыр туҙышып йөрөй инек, көтмәгәндә ҡапыл эргәбеҙҙә теге ир пәйҙә булды. Ул тыныс ҡына атлап килде лә туҙырап ятҡан балауыҙҙарҙы берәмтәләп сүпләп йыйып кире ағас ҡыуышына тултыра башланы, үҙе күсте тынысландырырға теләгәндәй ауыҙ эсенән ниҙер төңрәнә. Малайҙар кемуҙарҙан шаулашырға тотондо: “Дүрәк! Алйот! Иҫкә ярым! Һантый! Ярты аҡыл!” Мин дә уны ҡайғыртып һөрәнләйем: “Ағай, боҫ, сағылаһың бит!” Ул ашыҡмай ғына эшен ослағас эйәртенешеп урам буйлап киләбеҙ. Һүҙ башланым:
- Әйҙә, бөгөн беҙҙә ҡун! Түр яҡтағы иҙәнгә әсәйем урын йәйеп бирер, мин урындыҡ ҡырлауына ятырмын.
- Юҡ, хәҙер Зәйнуллаларға барам, иртәгә Латифҡа, шунан Әхтәригә, һеҙгә етергә апаруҡ көндәр бар әле.
- Әҙәпһеҙләнеп сиратты боҙһаң ҡәҙер китә.
- Нишләп бая һиңә һағыҙаҡтар теймәнеләр у?
- Улар ҙа бит яҡшы менән яманды айыра. Һәр нимәнең йәне бар, зиһене лә. Кешелә ҡан аға, ағас олононан һут йүгерә, әҙәм бала таба, үҫемлектәр емеш бирә. Бына шулай ул тормош тигәнең, һәр нимә мәңгелек тәртипкә ҡоролған. - Ул кинәт нимәнәндер ҡыҙыҡ табып һыны ҡатып көлөп ебәрә лә ары дауам итә. - Тереклеккә хаслыҡ, тәбиғәткә насарлыҡ ҡылмағандар матур йәшәй ул… Һин бер ҡасан да кешегә ҡул күтәреп һуҡма, бер килеп туҡмағың үҙеңә кире әйләнеп килеп бәрер, шуны онотма!
Был ир аҡыллы дәүерҙә һантыйға хисапланып йәшәне, бөгөн аҡылдан шашҡан көни-тмештә аҡыллы булып йәшәй алыр инеме икән? Юҡтыр. Ә теге саҡ уның әҙәмгә ҡул күтә-рмә, тигән һүҙҙәре минең өсөн тормош ҡанунына әүерелде. Уртыңды сәйнәйһең дә сыҙайһың, маңлайыңа яҙылған яҙмышыңа яҫҡынһаң үҙең бер килеп эт типкеһендә ҡалыуыңды көт тә тор!
Сабынлығыма урман эсенән, яттар күҙенән ҡасырып берләмдән бүре һуҡмағын һалдым, сөнки оло юлдан велосепидлы, матайлы тиҫтерҙәр елдерә. Нишләп мин уларға һағырға тейеш әле, кемдең арбаһына ултырһаң шуның йырын йырлайһың да баһа?!.
Шулайыраҡ үҫтем, әммә шәхесем етем булһа ла булмышым, күңелем бөтөн килеш ҡалды. Егет ҡорона ингәс әле бер көн әсәйем сулала һорай ҡуйҙы: “Улым, атайың бик билдәле кеше булды, әллә уның фамилияһына күсәһеңме? Теләй ҡалһаң, тиеүем дә…” “Юҡ, әсәй, мине бит һин тәрбиәләнең, ауыҙыңдағы һуңғы телемеңде өҙөп ҡабып әҙәм иттең, шулай булғас үҙебеҙҙең фамилияла ҡалам. Шикләнмә, исемеңә, тоҡомобоҙға тап төшөрмәм!”