АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Марта 2021, 03:06

Атайым (икенсе киҫәк)

Ҡарт алаша, тигәндәй, аттар ҙа илай икән ул. Бер тапҡыр шундай күренеште күреп тетрәндем: ҡарт ат дерелдәп ялан кәртә уртаһына баҫҡан, мороно осонан йылтырап һеләгәйе һарҡа, эрен баҫҡан күҙҙәренән йәштәре субырҙай, тамағы төбөнән һыңҡылдауға тартым өн быуылып сыға. Аттар тәүлек әйләнәһенә ятмаҫ өсөн яратылғандар, ғүмер баҡый аяғөҫтө йәшәйҙәр ҙә көтмәгәндә гөрһөлдәп ауып йән дә бирәләр.

Ҡарт алаша, тигәндәй, аттар ҙа илай икән ул. Бер тапҡыр шундай күренеште күреп тетрәндем: ҡарт ат дерелдәп ялан кәртә уртаһына баҫҡан, мороно осонан йылтырап һеләгәйе һарҡа, эрен баҫҡан күҙҙәренән йәштәре субырҙай, тамағы төбөнән һыңҡылдауға тартым өн быуылып сыға. Аттар тәүлек әйләнәһенә ятмаҫ өсөн яратылғандар, ғүмер баҡый аяғөҫтө йәшәйҙәр ҙә көтмәгәндә гөрһөлдәп ауып йән дә бирәләр.
Хикәйәләүемдән ирекһеҙҙән тайпылам тағы. Беҙҙең ауылда атты иптәш, юлдаш, дуҫ итеп Ғәлимйән бабай йәшәне, Батисов ине уның фамилияһы, төҫө көңгөрт булғанлыҡтан ҡыҫҡартып Ҡара Батис тип кенә йөрөттөләр. Дөйөмләштереп шуны ғына әйтәм, тышы ҡара иҫәпләнһә лә эсе аҡ, эшлекле, бөтмөр кеше ине ул. Ҡайҙа барһа ла атын эйәртеп етәкләй, менә, йә егә. Миңә ҡалһа Батис бабай шул аты менән ҡуша тыуған да, әле лә игеҙәгенән айырыла алмай йөрөп ята һымаҡ. Табип амбулаторияһында эшләгәндә ул миңә ҡабул итеүгә килде. Үпкәһендә йөрөткән йәҙрә ярсығы урынынан ҡуҙғалғанлыҡтан ныҡ бирешеп, бөтөрөнөп киткәйне, ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Бында ла үҙе түгел, кесе улы етәкләп килтергән. Хәлен һорашҡайным, ҡара ҡомғандай йөҙөн йыйырып былай тине: “Аяҡтарымды көскә ҡымғы-рлатып ығышам әле шунда, энә йотҡан бурҙайҙай тертәңләйем, темеҫкенәм, барына ҡул һелтәп ятып ҡына ҡуйыр инем дә, башҡаса тора алмауҙан ҡурҡам!” Хәҙер уйлап ҡуям, минең атайым да егәрле ат хисабынан сығып ҡарасҡылай ҡорсаңғы хәлендә ҡалғас, моғайын да йәштәрен субырҙатып, ғорур, башбирмәҫ йән булараҡ аяғөҫтө йән биргәндер, күҙаллауымса моғайын да шулай иткәндер…
Эйе, ул минең атайым ине, ғәзиз, ҡәҙерлегә иҫәпләнер атайым… һәм асылда бер кем дә түгел. Таныш кимәлендәге ят кеше, сит ғаилә башлығы. Кем ғәйепле? Моғайын да беҙҙең бала сағыбыҙҙы тартып алған, бәхетебеҙҙе урлаған ҡәһәрле, көнбайыштан ябырылған ҡа-ра яуҙыр. Һуғыштан һуң ирҙәргә ҡытлыҡ килде, азам-аттары яу яландарында ятып ҡалды, ҡайтҡандары ла аҡһаҡ, унан ҡалһа туҡһаҡ, ә ғаилә ҡорорға, бала табырға, әҙәмсә донъя көтөргә ымһынған ҡатын-ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ, сиртеп һайлап ал…
Ғүмер бүләк иткән яҡыныма ғәйеп ташларға, рухын рәнйетергә йыйынмайым, сөнки йәнемә тап киләме-юҡмы, тәнемдә уның ҡанын йөрөтәм дәһә, йәнә һис ҡасан насарлыҡ, хаслыҡ ҡылмаған, һиңә яратып, танһыҡлап баҡҡан кешене нисек яманламаҡ?! Ҡан көҫәгән үсле, ас бүреләй күктәге айға ҡарап олоноң ни ҙә оломаның ни, ә ул ҡараңғы төндө юл тоҫмаллатыр кимәлдә яҡтырта, әммә йылыһы ғына юҡ. Барыр һуҡмағыңды тоҫмаллайһың да бит, юлдашһыҙ сәфәргә сығыуы, юлда йөрөүе еңелдән түгел. Юлдашһыҙҙарҙың хәлен яңғыҙҙар ғына аңлай, белә һәм тоя…
Атайым һирәк-һаяҡ беҙгә килә лә мине тубығына ултыртып алып ҡыҫып-ҡыҫып һөйә, таҡыр маңлайымдан һыпыра, арыҡ арҡамдан ҡаға. Ситкә тартылам, ятһынам, тәнемдән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтә, сөнки беләм, бына ул бүләктәр, күстәнәстәр тотоп килгән, әле ирәйеп китеп йәйелеп ултыра, тик оло бәлә, кескәй бала өсөн фажиғә шунда, был ваҡытлы күренеш, яһалма ирәбелек, бер аҙҙан, аҡса түләп театр спектаклен, филармония концертын ҡарап күңел асырға килгән там-ашасы ише ул беҙҙе ташлап үҙ ғаиләһенә ҡайтып китәсәк, билдәле мәлгә ҡәҙәр беҙҙе онотасаҡ, хәтеренән сығарасаҡ. Әле өйөбөҙ эсендә аңҡыған ир еҫе лә яйлап юҡҡа сығасаҡ. Еҫтәргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙыҡы йортҡа йылылыҡ, нур килтерһә, ирҙеке – ныҡлыҡ, көс-ҡеүәт өҫтәй, ана шул әйткәндәрем бергә ҡушылып ғаилә ҡотон, ейгән аштың бәрәкәтен хасил, тәшкил итә.
Шулай ташландыҡҡа ҡалып, терәк-таянысһыҙ үҙемдең көскә, әрһеҙлеккә ышанып үҫтем. Ә әсәйемдең иңендә тотош хужалыҡ ауырлығы: иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр эштә. Шулай булһа ла тамағыбыҙҙы ас итмәне, етемлегебеҙҙе ете-яттарға күрһәтмәне, сыйырсыҡ ояһылай йортобоҙҙа гелән нур уйнаны, унда йылы һәм яҡты булды. Өҫтөбөҙҙө бөтәйтеү бер эш, ә бына йәнселгән күңелде ҡоршау күпкә ауырыраҡ. Ҡатын-ҡыҙ ни тиклем генә өлгөр, сымры булмаһын, һис ҡасан ир-атты алмаштыра алмай, һыйырҙы эйәр йәмләмәй, гүзәл заттар ҡоронда була тороп яулыҡты кәпәскә алмаштырыу килешкән эш түгел.
Тиҫтер малайҙар менән эләгеп, талашып, көҙгө әтәстәрҙәй һуғышып китеү баласаҡ өсөн ғәҙәти күренеш. Еңелмәҫкә, иң мөһиме иламаҫҡа, ҡанаған еремде күрһәтеп йәлләтмәҫкә тырышам, мөйөшкә ҡыҫырыҡлап сараһыҙланған сәүек көсөктәй тештәрҙе ыржайтып уҫал алышам, йоҙроҡтарҙы, аяҡтарҙы эшкә ҡушып хәрәкәткә ебәрәм, күҙемә нимә эләгә шуны алып бәрәм, елгәрәм, ене ҡуҙғыған шайтандай ҡыланам. Ниһайәт этеп алып барған баҫымдан еңелгән малай шыңшып мәрхәмәт һорай: “Атайыма-а-а әйтә-ә-әммм!..” Миңә шул ғына кәрәк тә, еңеүсе ҡиәфәтендә, бөйөрҙәремә таянып ебәреп урам яңғыратып һөрәнләйем: “Бар, әйт! Ҡайтып ошаҡла ла, етәкләшеп килегеҙ, икегеҙҙең дә кәрәгегеҙгә бирәм, һыу эскеһеҙ итәм!” Аллам һаҡлаһын, үҙемдән ололарға ҡул күтәреү, ҡырын һүҙ әйтеү ҡайҙа?! Йоҙроҡло ҡулым күтәрелгән хәлдә лә ир көсөн еңә булам тағы, һөйләйем хәбәр, самаһыҙ лөғәт һатам, буш ҡыуыҡтай маҡтанам шунда. Атайыңды алып кил, тип талап итеүем атайлыларға көнләшеүҙән әйтелгәндер, күрәһең.
Көҙ етһә етем балаларға кейем-һалым өләшәләр, кемгә итек, кемгә кәпәс, кемгә фуфайка, тигәндәй. Ярай әле, мәсхәрәгә ҡалдырып мәктәптең дөйөм линейкаһында тоттормайҙар, дәрес барышында берәмләп саҡыртып бирәләр. Ни тиһәң дә танауға еҫ керә башлаған саҡ, ҡыҙҙар алдында оят. Шулай итеп, был хәйри сараға шәхесемде түбәнһетеү, мыҫҡыл итеү һымағыраҡ ҡараным. Бирелгән әйберҙе ер тишегенә инерҙәй булып теләкһеҙ генә ҡабул итәм дә йәшереп-боҫороп алып ҡайтып урындыҡ аҫтына ырғытам. Бер көн килеп сыҙамым һынды ниһайәт, томолдороҡ кейергә теләмәй сығынлаған ҡонандай булмышым баш күтәрҙе, итектәрҙе уҡытыусылар бүлмәһенә ырғытып сығып киттем. Ике көн барышында класс етәксеһе ләм-мим, бер һүҙ өндәшмәне, төпсөнмәне лә, тыныслыҡта ҡалдырҙы. Өсөнсө көн һуңғы дәрес алдынан мине мәктәп директорына саҡырттылар. Әмәл юҡ, аяҡтарҙы көскә һөйрәп киттем, теләкһеҙ генә кабинет ишеген шаҡыным. Барып инһәм - өҫтәл түрендә теге кирза итектәр. Эйе, бер ырғытҡанды алдым ти алмай ҙа, үҙ төкөрөгөңдө ҡабаттан ялау егетлек түгел. Яңы ҡуйылған ҡапҡаға инергә теләмәгән бәрәндәй ҡулдарымды ҡаушырып, аяҡтарымды киреп бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә баҫтым. Директор күҙлеге өҫтөнән ҡарап эргәһенән урын күрһәтте:
- Хәлдәрең нисек, якобинец? - тине ул оҙайлы тынлыҡтан һуң. - Тарих уҡытыусыһы булараҡ француз түңкәрелешен хәтергә төшөрөп ултырыуы.
- Иҫ китмәле шәп! Аяҡ кейемдәрем туҙмаған, тишелмәгән әлегә, иҫкерә ҡалһа алып бирер кешем бар! - Әңгәмәнең ни хаҡында барасағын һүҙһеҙ ҙә төшөнөп арҡыс-торҡос хәбәр һалдым. - Ә быны берәй мохтажға бирһәгеҙ, ҡыуаныр исмаһам, ә һеҙ үҙ сиратығыҙҙа үтә лә сауаплы булырһығыҙ!
- Сауаплы имеш, хөрмәтле мулла-монтағай, мәленән алда сыпраңламай тор, йәме?! - Директор йоҡа, тәбәнәк кәүҙәһен күркәләй ҡабартып уҫал бүлдерҙе лә тауышын йомшарта төшөп һораны. - Армияла һалдаттар нимә кейеп йөрөйҙәр әле?
- Билдәле инде!
- Хеҙмәт итергә һин дә әҙерләнәһеңдер, йыйынаһыңдыр, моғайын?
- Һис һүҙһеҙ!
- Шулай булғас был итектәрҙе хөкүмәт бүләге итеп ҡабул ит!
Кабинеттан сыҡҡансы дәрес башланғайны. Теманы аңлатҡан уҡытыусы ишек төбөндә торған миңә екһенеп ҡараны:
- Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса һуңлап?!
- Директор саҡыртты.
- Ҡулсырһың, бәйелһеҙһең бигерәк, тәртип боҙғанһыңдыр тағы?
- Юҡ, Армияға барырға, һалдат булырға йыйынам. Бына, военкоматтан ебәргәндәр! - Оялмайынса ҡулымдағын юғары күтәрҙем.
(Дауамы бар)
Читайте нас