Общие статьи
15 Марта 2021, 04:24

Бала йылыһы

Ул әле генә улымдың мине өрөп йылытыуын белмәй ине әле. Бына бит бала йылыһы нишләтә!

Бала саҡта улыбыҙ ирҙәр затынан булһа ла иркәләнергә-наҙланырға яратты. Әсәһенә йә минең эргәгә килә лә һалҡын булмаһа ла ҡулдарын ыуҙыра, шунан маң-лайынан, ике битенән әп иттерә лә ҡәнәғәт ҡиәфәттә әйтә: “Инде хәҙер йылындым!”
Өфөгә юлға сыҡтыҡ. Һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һалҡын селлә. Бөтә донъя өшөүҙән боҙбармаҡтай шыҡырайып ҡатҡан. Күктәге һалҡын ҡояш та бына-бына ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнеп ыуалыр төҫлө. Ҡыҫҡа тун кейһәм дә мин дә өшөксән кеше булараҡ башҡалалағы ятаҡҡа барып еткәнсә шыҡырайып ҡаттым. Көтөп торған улым ҡаршы сыҡты, ҡосаҡлап алды, ике ҡулымды сиратлап устарына алып ыуаланы. Уның көнитмеше, уҡыуы, эштәре һәйбәт бара икән. Атай кешегә нимә, ошоларҙы ишетеү ҙә баштан ашҡан!
Кире ҡайтышлай тун төймәләрен ысҡындырып ебәрҙем, салланған сәстәремде елдә туҙҙырҙым. Ҡайһылай ҙа рәхәт, ә, ҡайһылай ҙа ирәүән! Былай булғас моғайын да күктәге ҡояш та йәнселеп ҡойолмаҫ, донъя ла түңәрәк, имен ҡалыр. Машина янында мине көткән юлдашым шаяртып алды:
- Абзый, яңы ғына өшөй инең бит, ҡайһылай ҙа егетләнеп киткәнһең!
Ул әле генә улымдың мине өрөп йылытыуын белмәй ине әле. Бына бит бала йылыһы нишләтә!
Читайте нас