АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2021, 21:30

ЙОҠОҺОҘ ТӨН

Билдәле, был тауышҡа йорт хужаһы ла, хужабикәһе лә һикереп килеп тора. Ҡоттары осҡан пенсионерҙар тирә-яғын, хатта ишек алдын байҡап сыға. Бер ерҙә лә янғын юҡ икән.

Янғындарҙы алдан киҫәтеү, кешеләрҙе бәләк-ҡазанан ҡурсалау маҡсатында күп балалы ғаиләләр, оло йәштәгеләр йәшәгән йорттарға янғынды киҫәтеү ҡоролмаһы ҡуйылды. Был хаҡта һәр кем беләлер. Ә ул нисек эшләй—быныһын барыһы ла белеп етмәй.
Бәләкәй генә, аҡ ҡына, түңәрәк кенә ҡоролма ул. Эсендә ғәҙәти батарейка тора. Берәй төтөн еҫен тойҙомо, ул сайылдап тауыш бирә башлай. Тик бер “әтнәкәһе” бар: батарейканың көсө бөтһә лә “ҡысҡыра” ул. Тауышы яман килеп тороп…
Ошоға бәйле бер булған хәлде бәйән итмәксемен. Баймаҡ районының бер ауылында йәшәүсе пенсионерҙар өйөндә был ҡоролма төндә ҡысҡырып ебәрә… Билдәле, был тауышҡа йорт хужаһы ла, хужабикәһе лә һикереп килеп тора. Ҡоттары осҡан пенсионерҙар тирә-яғын, хатта ишек алдын байҡап сыға. Бер ерҙә лә янғын юҡ икән. Ни эшләргә? Бер аҙҙан йорт хужаһы түбәгә ҡатылған теге нәмәне ысҡындырып ала-алыуын, тик батарейкаһын алырға кәрәклеген белмәй. Был хаҡта уйламай ҙа… Ә теге ҡоролма сайылдап ҡысҡырыуын дауам итә… Төн бит, йоҡларға кәрәк. Ә был тауышҡа йоҡларһың йоҡламайҙа! Аптырағас, өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап яҫтыҡ өйәләр. Аҫта ҡалһа ла “теге нәмә” сайылдауын дауам итә әле…
Шулай итеп, тынғыһыҙ төн үтә. Иртәнсәк йорт хужаһы ҡатынына:
--Бар, был нәмәне һалып ал да Баймаҡҡа барып кил, күрһәт, нишләп ҡысҡыра икән ул, белешерһең.
--Эйе, был сайылдаған нәмә менән мине автобусҡа индерәләрҙер шул. Әллә нимә уйларҙар, - тип ҡатын баш тарта.
Ысынлап та, ҡысҡырған ус ояһындай нәмәне Баймаҡҡа алып китеп бармайһың бит инде. Ҡатын күршеһе менән кәңәшләшергә була. Күрше--йәшерәк кеше--замана ҡоролмаһын белә булып сыға, батарейкаһын алып ырғыта, ҡоролма сыйылдауҙан туҡтай…
Ошо хәлде йорт хужабикәһе аҙаҡ ҡыҙыҡ итеп бәйән итте. Төнгө мажараға рәхәтләнеп көлөп алдыҡ.
Ни булһа ла бәлә-ҡазаһы, янғыны булмаған. Шуныһына шөкөр. Шулай ҙа ололарға ошондай замана ҡоролмаларын аңлатып ҡуйһындар ине ул. Төндә ундай көслө тауышҡа йөрөгең дә тотоуы ихтимал…Аллам һаҡлаһын.
Читайте нас: