Сик ауылы клубы етәксеһе Гөлфиә Сәлмән ҡыҙы һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған был сара барыһының да күңеленә хуш килде. Сатлама һыуыҡҡа ҡарамай , һәммәһе лә Һаҡмар буйына килде. Балыҡ ҡармаҡлау менән бер рәттән яр буйында дәртле музыка ыңғайына төрлө спорт ярыштары ла ойошторолдо. Сара һуңында тәмле итеп бешерелгән балыҡ һурпаһы менән һыйланып, байрам бүләктәре алып күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Иң күп балыҡ тотҡан Рәсүл Искәнйәров сараның еңеүсеһе тип танылды. Афариндар!