Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2021, 13:00

ЮЛДА ЙӨРӘГЕ ТОТҠАН

Баҙарҙан ҡайтып килгән булалар... Руль артындағы 78 йәшлек олатайға ҡапыл ниҙер була.

Хәйбулла районы трассаһында юл фажиғәһе теркәлгән. Унда 78 йәшлек ир үлгән. “Нива” менән идара итеүсе ни сәбәптәндер юлдан ситкә оса һәм оло йәштәге водитель алынған йәрәхәттәрҙән йән биргән. Машинала уның менән ҡатыны ла була. Уның әйтеүенсә, улар баҙарҙан ҡайтып килгән, юлда ире түше ауыртыуын әйткән. Күрәһең, йөрәге тотҡандыр. Сөнки ул ишимия менән сирләгән була.

Туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Ведомство хәбәр итеүенсә, ул көндө, йәғни 14 февраль, республика юлдарында 4 автоһәләкәт теркәлә. Бер кеше үлә, 4 кеше тән йәрәхәте ала. Дәүләт автоинспецияһы тәүлек эсендә 2400 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлай, 60 иҫерек водителде тота, элек урланған 2 машинаны таба.


Юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!