Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль 2021, 14:00

СЕРЛЕ БҮЛӘК

14 февраль көнө дәрестән ҡайтһам, бүлмәмдә открытка ята. Ғашиҡтар көнө менән! Миңә тәғәйенләнгәне күренеп тора, сөнки фамилиям күрһәтелгән. Кемдән һуң? Билдәһеҙ… Бүлмәләш ҡыҙҙар менән сер йомғағын күпме генә сисергә маташһаҡ та белә алманыҡ. Йәнә өс көндән...

"2009 йыл. Студент саҡ. Ауылдан Сибайға килеп, институтың тәүге курсында белем алған мәл. Декабрь аҙағында дөйөм ятаҡта Яңы йыл байрамы ойошторҙолар. Шул саҡ мине бер егет бейеүгә саҡырҙы. Бейенек, таныштыҡ…Унан инде имтихандар башланды… Егет ҡайғыһымы инде?! Тәүге сессияны япҡас, ҡышҡы каникулға ауылға ҡайттым. Ауылда ял итеп, яңы көс туплап уҡырға килдек. 14 февраль көнө дәрестән ҡайтһам, бүлмәмдә открытка ята. Ғашиҡтар көнө менән! Миңә тәғәйенләнгәне күренеп тора, сөнки исем-фамилиям күрһәтелгән. Кемдән һуң? Билдәһеҙ… Бүлмәләш ҡыҙҙар менән сер йомғағын күпме генә сисергә маташһаҡ та белә алманыҡ. Йәнә өс көндән, йәғни 17 февралдә мин Яңы йыл байрамында бейеүгә саҡырған егетте осраттым. Открытка унан булған икән! Беҙ осраша башланыҡ. 4 йыл дуҫлаштыҡ. Әрмегә оҙатып көтөп тә алдым. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ул миңә тәҡдим яһаны. Шулай итеп, мин Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан Күгәрсен районы Исем ауылына килен булып төштөм.
Әлеге көндә матур, батыр, аҡыллы ике ул үҫтерәбеҙ. Үҙемде бик бәхетле һанайым. Шундай ирем, балаларымдың шундай атаһы булғанға мең шөкөр.
Ә теге открытка әле лә бар. 12 йыл буйына һөйөү тарихын һаҡлай ул…
Ғашиҡтар көнө менән, ҡәҙерлем-Илназым!

Сәләм менән – Азалия Ишмөхәмәтова".
Бына шулай тип өндәшә Азалия "Бәйләнештә" селтәре аша иренә. Әйткәндәй, Ишмөхәмәтовтар бер-береһенә шул тиклем пар килеп тора. Күҙ теймәһен! Икеһе лә матур, икеһе лә ҡул эшенә оҫта. Гәзитебеҙ биттәрендә уларҙың ғаиләһе хаҡында тиҙҙән мәҡәлә лә донъя күрер.
Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Атайсал" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә 8 мартҡа арналған "Оҫтабикә" конкурсы бара. Уның бағыусыһы нәҡ Азалия Ишмөхәмәтова.
Читайте нас: