Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 20:15

ГОНАҺҺЫҘ, ӘММӘ БӘХЕТҺЕҘ САБЫЙҘАР...

Бала табыу йорто... Яңы ғына тыуған сабый янына саҡырҙылар... Ғәҙәти булмаған йөҙ, кәүҙә ауырлығының үтә бәләкәй булыуы, сабыйҙарға хас булмаған илау тауышы... Аңлашыла. Моғайын, әсәһе эсергә яраталыр. Кувез тәҙрәһен асам. Сабыйҙан түҙеп торғоһоҙ спирт еҫе сыға. Бала әсә ҡарынында ятҡанда уҡ был алама еҫте үҙенә һеңдереп үк алған. Билдәле: башы, йөрәге, бауыры менән проблема бар. Бер нисә сәғәттән бала ашарға (һөт) ғына һорамаясаҡ, ә сираттағы спирт порцияһын да “таптырасаҡ”...

Яңы тыуған сабыйҙан спирт еҫе аңҡығанын һиҙгәнегеҙ бармы? Йә биш көнлөк күк баланың башы сит планета кешеһе башына оҡшауын күргәнегеҙ? Ә мин күрҙем, һиҙҙем.
Минең ҡулымдан ҡара иҫәп буйынса 120 мең бала үтте, шуларҙың 35 меңе—яңы тыуған сабый. 26 йыллыҡ эш тәжрибәмдә был һан аҙ түгел. Яҙмыш тарафынан кәмһетелгәндәре айырыуса иҫтә ҡалған. Оло ҡөҙрәт менән түгел, ә ата-әсәнең аңһыҙлығы, тәрбиәһеҙлеге арҡаһында улар ошондай аяныслы сиргә, йәрәхәткә дусар булған...
Йыраҡта ҡала барған 1998 йыл... Бала табыу йорто... Яңы ғына тыуған сабый янына саҡырҙылар... Ғәҙәти булмаған йөҙ, кәүҙә ауырлығының үтә бәләкәй булыуы, сабыйҙарға хас булмаған илау тауышы... Аңлашыла. Моғайын, әсәһе эсергә яраталыр. Кувез тәҙрәһен асам. Сабыйҙан түҙеп торғоһоҙ спирт еҫе сыға. Бала әсә ҡарынында ятҡанда уҡ был алама еҫте үҙенә һеңдереп үк алған. Билдәле: башы, йөрәге, бауыры менән проблема бар. Бер нисә сәғәттән бала ашарға (һөт) ғына һорамаясаҡ, ә сираттағы спирт порцияһын да “таптырасаҡ”.
Әсә бала табыу йортонан сыҡһа, был сабыйҙы нимә көтә? Әсә һөтө аша бәлкәскә алкоголь килеп тормаһа, ул тыныслана алмаясаҡ. Тыуғанда уҡ алкоголгә бәйле булып тыуыу түбәндәгеләргә килтереүе бик ихтимал: мәктәптә йә махсус интернатта насар уҡыу, боҙоҡлоҡ хаҡында ғына фекерләү, эш боҙоуҙар, төрмә, иртә үлем...
Ә бына быныһы ҙур башлы булып тыуған бәләкәй генә малай, шуға ла сит планета кешеһенә оҡшап ята. Йөрәге насар. Ябыҡ ҡына. Тәне аҡһыл-күк, имә алмай, көсө етмәй. Шуға ла шәфҡәт туташы зонд аша ашата. Уға биш кенә көн. Йөҙөндә көсөргәнеш, ҡәнәғәтһеҙлек һиҙелә. Сөнки ул наркомандан тыуған. Бер нисә көндән уны операцияға алмауҙарын әйттеләр. Сөнки башында, йөрәгендә йәрәхәт ҙур. Бындай мәлдә ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу икеле, тиҙәр. Операция эшләүҙән фәтүә юҡ. Ата-әсәһенә бирергә һәм сабый үлемен көтөргә генә ҡала. Әммә 17 йәшлек наркоман әсә сабыйын алырға ла теләмәне, ә атаһы юҡ.
Эх, белһә икән ул наркомания нимәгә килтергәнен? 15 йәштә анаша тартып ҡарау нимә менән бөтәсәген?
Йәш әсә илай һәм хәтерләй: “Яңы компанияла барыһы ла күңел аса, ә мин яңғыҙым ғына ала ҡарға ише инем, шунлыҡтан уңайһыҙландым, көсөргәнеш кисерҙем. Шул саҡ яныма һылыу ғына егет ултырҙы һәм миңә тынысланырға, кәйеф асырға саҡырҙы. Ул мине үлән менән һыйланы. Тәмләнем. Күңел күтәрелде, ҡайҙалыр осоп барғандай хис иттем, аҙаҡ иһә иҫләп етмәйем. Унан ергә килеп төшкәндәй булдым, ҡыйын булып китте. Бәүелсәктәмен һымаҡ: доза алһам—күңелле, доза бөтһә—ҡыйын, кайф урынына моңһоулыҡ. Доза кәрәк була башлаһа, мине бер кем дә туҡтата алмай. Наркотикка бәйлелек мине еңде. Булды, етер тигән ваҡытта ла үҙемде тота алманым. Баланың атаһы кем икәнен дә белмәйем”.
Бындай кешеләр тормош упҡынында. Быны үҙҙәре аңламай ҙа. Мин дә ярҙам итә алмайым.
Үҙе тормошон үҙгәртергә теләгән, бының өсөн бар көсөн һалған кешегә генә ярҙам итеп була. Һәр кем нимәлер эшләр алдынан уның аҙағын уйларға те-йеш!
“Был бик тиҙ булды. Бер һәм бөттө”, “Мин теләгәнемде эшләй алманым, ә наркотик теләгәнде эшләнем”, “Башта күңел асырмын, кәйеф күтәрермен тигәйнем. Минең менән бер ни булмаҫ тип ышана инем. Әммә наркотик бер кемде лә ярлыҡамай”, “Белһәм, бер ҡасан да наркотикка үрелмәҫ инем”—былар 19-32 йәшлек элекке наркомандарҙың һүҙҙәре. Улар реабилитация үткәндән һуң шулай тип белдерә. Һәр береһе яҡшы фекер йөрөтә, аңлай. Әммә наркотик ҡулланғанға тиклем хыялланған тормош менән инде йәшәй алмаясаҡтар. Наркомания уларҙың сағыу тормошона ҡара һыҙат өҫтәгән, уңышлы кеше киләсәген тартып алған.
Гүзәл Усманова,
Өфөләге “Наркотикһыҙ донъя”
проекты координаторы,
балалар табибы, яҙыусы.