Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2021, 18:30

Тәҙрә һайын ярангөл...

Ярангөл һәр бер йортта барҙыр ул. Ә ул шаулап сәскә атһын өсөн нимә эшләргә кәрәк, беләһегеҙме? Бына гөл үҫтерергә яратыусылар шундай ашлама тәҡдим итә.

Ярангөл һәр бер йортта барҙыр ул. Ә ул шаулап сәскә атһын өсөн нимә эшләргә кәрәк, беләһегеҙме? Бына гөл үҫтерергә яратыусылар шундай ашлама тәҡдим итә. Бер нисә көн ултырған һыу, водород перекисы, йод кәрәк буласаҡ. Бер литр һыуға 1 мл перекись ҡоябыҙ, 0,6 мл йод өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутайбыҙ. Гөлгә ҡойор алдынан гөл тупрағы еүешерәк булырға тейеш. Яран гөлөгөҙ шаулап сәскә атыр.