Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2021, 12:03

Драстуйте! Приходите!

… болот-өләсәйем ап-аҡ булып ҡабарып һәммәһен дә төйәгебеҙгә ихласлап саҡыра төҫлө: “Драстуйте! Приходите!..”

Өләсәйем кендек әбейе ине. Ауыл балалары тотошо уҡ булмаһа ла яртыһынан күбе моғайын да иң әүәл уның йылы усына ятҡандыр. Шуға ла уға бөтәһе лә “әсәй” тип яратып өндәште. Аныҡ беләм, ул да мине яҡты донъяға ҡабул итеп алған. Өҫтөндә гел киң итәкле аҡ күлдәк булды, башына ла яҙып шул төҫтәге яулыҡты ябынды. Ҡайһы саҡ уны аҡ өрпәк болотҡа ла оҡшатып ҡуя инем. Ғүмере буйы ауылдан ситкә сығып йөрөмәгәнлектән урыҫса тик ике генә һүҙҙе белде: “драстуйте”, “приходите”. Ауылыбыҙ бейек тау битләүендә ята, шуға уға үткенсе болоттар ҙа һағып, яғылып барыусан. Ҡайтһам юғарыға ҡарайым, унда болот-өләсәйем ап-аҡ булып ҡабарып һәммәһен дә төйәгебеҙгә ихласлап саҡыра төҫлө: “Драстуйте! Приходите!..”