Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2021, 11:55

Ихаталарға иғтибар кәмемәй

Баймаҡ ҡалаһында быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә күп фатирлы йорттар ихатаһында 4 биләмә төҙөкләндереләсәк. Районға 35,1 миллион һум аҡса бүленгән, был уҙған йылға ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк. Бынан алдағы йылдарҙа "Башҡорт ихаталары" Баймаҡта тулыһынса сифатлы башҡарыл4ан. Проекттарҙа йәшелләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә, ихата юлдарына асфальт түшәү һәм ремонтлау, бордюрҙарҙы алмаштырыу, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, яҡтыртыу системаларын яңыртыу ҡаралған. Программаға Әлибаев урамының 49-сы, Тыныслыҡ урамының, 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө, Юбилейный урамының 2-се, 4-се йорттары ихаталары индерелгән.

В Баймаке в рамках национального проекта “Жилье и городская среда” в текущем году будут благоустроены 4 территории с большим количеством многоквартирных домов. Району выделено 35,1 млн руб., что в 2 раза больше, чем в прошлом году. В предыдущих годах все баймакские «Башкирские дворики» были выполнены качественно. В проектах большое внимание уделено озеленению, устройству детских и спортивных площадок, заложено асфальтирование и ремонт дворовых проездов, замена бордюров, устройство добавочных парковочных мест, обновление освещения. В перечень программы включены дворы по ул. Алибаева, 49; ул. Мира, д. 17, 19, 21, 23; ул. Юбилейная, д. 2, 4.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: