4 ғинуарҙа Баймаҡ районының Байыш ауылында янғын сығып, Кинйә һәм Айһылыу Йәнбәковтар ҡыш уртаһында өйһөҙ тороп ҡалыуын хәбәр иткәйнек.
Бәләгә тарыусыларға райондың ғаилә хеҙмәте, республиканың ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм кеше ҡайғыһына битараф булмаусылар кәрәк-яраҡ йыйып бирергә ярҙам итте. Ҡышҡы селләлә өйһөҙ ҡалыусы Йәнбәковтар йылы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, канцелярия тауарҙарын, ҡаралты, яҫтыҡ, юрған, хатта телевизорҙы ҙур теләк менән алған.
--Ауылдаштар ҙа, унан ситтәгеләр ҙә аҡсалата ла, кәрәк-яраҡ менән дә ярҙам итте. Буш торған йорт хужалары өйҙәренә инеп ваҡытлыса йәшәп тороға ла тәҡдим итә. Әлегә Йәнбәковтар ғаилә башлығының ата-әсәһе йортонда бергәләшеп көн күрә,--ти Байыш ауылынан хеҙмәт ветераны Факиһа Таштимерова.
Йәнбәковтарға артабан да кем нисек ярҙам ҡулы һуҙа ала, рәхим итеп мәрхәмәтлеккә ҡушылһын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, моғайын.
Йәнбәкова Айһылыу Нурый ҡыҙының телефон номеры 8 967 735 13 22 һаҡлыҡ картаһына бәйләнгән.