Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2020, 20:35

ТЫЛСЫМЛЫ ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ

Һәр бер бала Яңы йыл байрамын һәм уның төп геройҙары--Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Ниндәйҙер мөғжизәне көткәндә кескәй дуҫтарыбыҙҙың күҙҙәрендә нурҙар балҡый. Улар тырышып алдан уҡ шиғырҙарын ятлай, матур-матур күлдәктәрен әҙерләй

Һәр бер бала Яңы йыл байрамын һәм уның төп геройҙары--Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Ниндәйҙер мөғжизәне көткәндә кескәй дуҫтарыбыҙҙың күҙҙәрендә нурҙар балҡый. Улар тырышып алдан уҡ шиғырҙарын ятлай, матур-матур күлдәктәрен әҙерләй.
Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында ла “Тамсылар” төркөмөндә 18 декабрь Яңы йыл иртәлеге үткәрелде. Әкиәт донъяһына сәйәхәт яһап, балалар өсөн матур тамаша ҡуйылды. Хатта ҡарбабай, ап-аҡ ҡына ҡуянҡай ҡунаҡҡа килеп, бергәләп матур йырҙар йырлап, күңелле уйындар уйнап, бергәләшеп бейенеләр. Ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуыбыҙ кескәйҙәргә бүләктәрен дә алып килгән ине.
Беҙҙең был байрамдан атай-әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар балаларҙың майҙансығын биҙәне, үҙ ҡулдары менән матур-матур шыршылар, ҡар бабай, әкиәт персонаждарын эшләп, балаларҙың күңелен күрҙе.
Ошондай матур иртәлекте үткәреүсе “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Алексей ҡыҙы Фәттәховаға, өлкән тәрбиәсе Әлфиә Әхмәт ҡыҙы Ғәбитоваға, кескәйҙәргә тәмлекәстәр өсөн «Престиж» йәмғиәтенә, “Тамсылар” төркөмөнөң тәрбиәселәренә, музыкаль яҡтан биҙәүсе Гөлйемеш Абдулғафар ҡыҙы Биктимероваға, иртәлектә ҡатнашыусы тәрбиәселәргә һәм атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Форсаттан файҙаланып, барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы 2021 йыл менән ҡотлайым! Ап-аҡ бәхеттәр, ныҡлы һаулыҡ, именлек, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.
«Әкиәт» балалар баҡсаһының «Тамсылар» төркөмөнөң тәрбиәсеһе Раушания Иҫәнгилдина.