18 декабрь—ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн Сибай ҡалаһының граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәре яҡшы кәйеф менән ҡаршылай: бинала ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә һәм 1 декабрҙә генә ҡалала ике ғаиләлә игеҙәктәр тыуған.
--Данил һәм Виктория Рәхмәтуллиндарҙың Яна, Риана исемле ҡыҙҙары донъяға килде. Ҡыҙҙар 3,5 йәшлек Роберт ағайҙарына иш булып, ата-әсәләрен күп балалы ғаилә иткән.
Радмир һәм Дилә Искәндәровтарҙың иһә 7 йәшлек Винер һәм 9 йәшлек Илмир улдары ҡаланың 9-сы лицейында белем ала. Малайҙар бәпес һорағас, ата-әсәһе уларҙың үтенесен теүәл үтәй—Саньяр һәм Данияр исемле игеҙәк ҡустылар бүләк итә.
--Тоҡомобоҙҙа игеҙәктәр бар. Ураҙа тоторға йыйынып йөрөгәндә йөклө булыуымды белдем. Ультра тауыш тикшеренеүе игеҙ буласағын баштан әйтте,--ти бәхетле әсә.
Ике ҡулына ике сабыйын тотҡан, ике ҙур улдарын эйәрткән ғаилә башлығының да ҡыуанысының сиге юҡ.
--Аллаһ Тәғәлә беҙҙе икеләтә ҙурланы. Һәр бала үҙ ризығы, үҙ өлөшө менән тыуа. Хәҙер беҙҙең төп бурыс--улдарыбыҙҙы матур итеп бағыу, тейешле тәрбиә биреп, үҙебеҙгә лайыҡлы алмашсы итеп үҫтереү. Малайҙарға исемде минең атайым һайланы,--ти Радмир Миңлеғәле улы.
Әйткәндәй, уҙып барған 2020 йылда Сибайҙа 8 ғаиләлә игеҙәк, 1 ғаиләлә 3 бала тыуған.
--Әлбиттә, йыл еңелдән булманы. Бөтә донъяны хафаға һалған коронавирус пандемияһы тормошобоҙҙа асыҡ сағылды: тыуым кәмене, үлем осраҡтары киреһенсә, күбәйҙе. Никахтар һаны айырылышыуҙарға ҡарағанда күберәк булыуы киләсәккә өмөт бирә,--ти ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы.—Быйыл 97 атай балаларын таныу буйынса документ юлланы, 6 сабыйҙы ғаиләләр уллыҡҡа алды, 32 кеше исемен үҙгәртте. Эшмәкәрлегебеҙҙе «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлттек. 50,60,70,75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын ҡотлау матур йолаға әүерелде. Түңәрәк һан аҫтында теркәлгән сабыйҙарҙың ата-әсәһенә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу ҙа ҡаралған. Был юҫыҡта киләһе йылда ла эшләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.
Беҙҙе оҙата сыҡҡанда Айгөл Бохарбаева Эстетик зауыҡ йылында төҙөүселәр ҡыйыҡты алмаштырыуын, бинаның ал яғын тулыһынса үҙгәртеүҙәрен, тупһа һалыныуын, ҡойма яңыртылыуын күрһәтте.
--Яҙға биләмәгә асфальт түшәү, ҡарағайҙар ултыртыу, газон йәйелдереү күҙаллана,--тип тә өҫтәне ул.
Айгөл Әҡсән ҡыҙы шулай уҡ ҡул аҫтында эшләүсе белгестәре—Эвелина Николаева, Зөмәрә Әхмәтшина, Әнүзә Мәҡсүтова, ғөмүмән үҙҙәренең тормошон ЗАГС менән бәйләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотланы.
#нацпроекты#миллипроекттар