Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2020, 15:00

КҮҢЕЛЕ ШУЛАЙ ҠУША

Бөгөн йәштәр араһында ирекмән булыу модала.Бөтә донъяны аяғүрә баҫтырған коронавирус пандемияһы ирекмәндәр хәрәкәтенә төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе. Улар иһә был эшкә модаартынан ҡыуып түгел, күңел талабы булараҡ тотондо. Сибай ҡалаһында март айында уҡ “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килде. Штаб етәксеһе Лена Мөхәмәтова әйтеүенсә, штабта 168 ирекмән иҫәпләнә. Был хәрәкәткәберенселәрҙән булып балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡушылған. Һәм улар әлеге көндә лә шул әүҙемлектәрен юғалтмай. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе май айында уҡ ирекмәндәр курсын үтеп, сертификат алған.

Бөгөн йәштәр араһында ирекмән булыу модала.
Бөтә донъяны аяғүрә баҫтырған коронавирус пандемияһы ирекмәндәр хәрәкәтенә төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе. Улар иһә был эшкә мода
артынан ҡыуып түгел, күңел талабы булараҡ тотондо. Сибай ҡалаһында март айында уҡ “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килде. Штаб етәксеһе Лена Мөхәмәтова әйтеүенсә, штабта 168 ирекмән иҫәпләнә. Был хәрәкәткә
беренселәрҙән булып балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡушылған. Һәм улар әлеге көндә лә шул әүҙемлектәрен юғалтмай. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе май айында уҡ ирекмәндәр курсын үтеп, сертификат алған.
“Сулпылар” балалар баҡ-саһының юғары категориялы тәрбиәсеһе Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы Ҡәйепҡолованың да ирекмәнлеккә махсус сертификаты бар. Изгелектәр ҡылыу тәрбиәсе өсөн ят шөғөл түгел. Уларҙың балалар баҡсаһында был йүнәлеш 2018 йылдан ныҡлы тамыр йәйгән. Тәрбиәләнеүселәре менән педагогтар балалар баҡсаларында уҙғарылған бөтә сараларҙа ла ҡатнаша. Башҡорт теле йылында улар башҡорт музыка ҡоралдарын уйнарға өйрәнгән, туған телдәрендә шиғырҙар ятлаған. Кескәйҙәр һөнәрҙәрен күрһәтер өсөн ололар йортона барып бер нисә тапҡыр концерт ҡуйырға ла өлгөргән.
Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы балалар баҡсаһынан эштән ҡайтыу менән ололарға аҙыҡ-түлек ташырға ашыға. Һуңғы арала ул штаб ирекмәндәре менән берлектә табиптарға ярҙам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре рецепт буйынса бүлгән дарыуҙарҙы хроник сирлеләрҙең, физик мөмкинлектәре сикләнеүселәрҙең өйҙәренә алып бара.
—Үҙҡамаланыуҙа ултырған ололарға былай ҙа еңел түгел. Шуға күрә уларға ҡул ярҙамы күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, күңелдәрен күрергә лә тырышабыҙ. Һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлап, кәңәштәр биреп, дәртләндереп ебәрәбеҙ. Бушҡа ғына йылы һүҙ—йән аҙығы тимәгәндәр бит,—ти ирекмән.—Эшемде ғаиләм аңлап ҡабул итә. Ҡайһы саҡ те-йешле адрестарға ирем шәхсән автомобилендә лә алып бара. Улым, ҡыҙым да минең шөғөлөмдө хуплай.
Ирекмәндәр әлеге ваҡытта “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты бу-йынса ебәрелгән күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тарата. Бындай ярҙамды ҡалала 132 ғаилә алды.
Читайте нас: