Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 11:00

Подъездар эшкәртелә

Йоғошло сирҙе профилактикалауҙың төп сараларының береһе—подъездарҙы эшкәртеүҙе Сибай ҡалаһының «ИРКЦ» идарасы компанияһы ҡарамағындағы күп фатирлы йорттар подъездарын Андрей Устьянцев етәкселегендәге подрядсы ойошма дезинфекциялай. Атап әйткәндә, ойошма хеҙмәткәрҙәре йәмғеһе 190 күп ҡатлы йорттоң дөйөм ҡулланылышлы биләмәләрен зарарһыҙлай. Махсус һаҡ кейемендәге командала 10 кеше эшләй, улар икешәрҙән бүленеп билдәләнгән ваҡыттарҙа санитар талаптарға ярашлы подъездарҙы эшкәртә.

Подъездар эшкәртелә
Башҡортостандың район-ҡалаларында подъездарҙы дезинфекциялау дауам итә. Был - коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү өсөн кәрәкле мөһим сара. Республикала көн һайын, планға ярашлы, 16 мең подъезд һәм ике мең лифт эшкәртелә.
Май айынан башлап бар муниципалитеттар ҙа шәхси һаҡланыу һәм дезинфекция үткәреү саралары менән тәьмин ителә. Беренсе, икенсе этаптар барышында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Башфармацея” аша 15 мең битлек, комбинезон, бирсәткә, 10 мең пар итек, һаҡланыу күҙлектәре, ике меңдән ашыу ранецлы һиптергес бирелгән.
1-се, 2-се һәм 3-сө этаптарҙа барлығы 40 мең литр дезинфекциялаусы концентрат бүленгән. Әле республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы дезинфекция һәм шәхси яҡланыу сараларына (битлек, комбинезон, бирсәткәләр) заявкалар формалаштыра, был дүртенсе этап буласаҡ.
"Әлбиттә, кешеләр һәр ваҡыт ябыҡ ишек артында ултыра алмай. Магазинға, дарыуханаға сығырға, эт менән йөрөп килергә, эшкә барырға кәрәк. Подъезд һәм лифттарҙың сикләнгән киңлегендә эпидемиологик хәүеф арта. Шуға күрә уларҙы эшкәртеү бик мөһим. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Кәрәкле саралар етерлек. Өҫтәп, уларҙы тапшырыуҙың тағы бер этабын әҙерләйбеҙ. Хәҙер эш идара итеүсе компанияларҙан тора, улар хәүефте мөмкин тиклем кәметергә тейеш, беҙҙең башҡа юл юҡ", – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Йоғошло сирҙе профилактикалауҙың төп сараларының береһе—подъездарҙы эшкәртеүҙе Сибай ҡалаһының «ИРКЦ» идарасы компанияһы ҡарамағындағы күп фатирлы йорттар подъездарын Андрей Устьянцев етәкселегендәге подрядсы ойошма дезинфекциялай. Ойошма хеҙмәткәрҙәре йәмғеһе 190 күп ҡатлы йорттоң дөйөм ҡулланылышлы биләмәләрен зарарһыҙлай. Махсус һаҡ кейемендәге командала 10 кеше эшләй, улар икешәрҙән бүленеп билдәләнгән ваҡыттарҙа санитар талаптарға ярашлы подъездарҙы эшкәртә.
Зарарһыҙлау эштәрендә «АВирБак» концентраты ҡулланыла. Уның күп булмаған миҡдары 10 литр һыуға болғатыла. Уртаса бер подъезға 3 литр шыйыҡса ҡулланыла. Концентрат составында ағыулы матдәләр юҡ, шуға күрә лә эшкәртелгәндән һуң урында ҡырҡыу еҫ булмай. Быума менән сирләүселәргә, өлкән йәштәгеләргә һәм балалар өсөн дә ул хәүеф тыуҙырмай. Подъездарҙы эшкәртеүселәр айырыуса тотҡалаларҙы, почта йәшниктәрен, утты ҡабыҙыу ҡоролмаларын, баҫҡыс тотонғосон ныҡлы зарарһыҙлай.
Подъезлдарҙы зарарһыҙлауҙы контролдә тотоу өсөн махсус журнал булдырылған. Унда концентрат менән эшкәртеү ваҡыты, эшләүселәрҙең исем-шәрифе теркәлә. Йортта йәшәүселәр подъездарында зарарһыҙландырыу ысынлап та башҡаралыуын иҫбатлап акт-раҫлауға имза ҡуя. Эштәр планға ярашлы ойошторола, бер генә күп ҡатлы йорт подъезы ла күҙ уңынан ысҡындырылмай.
Ҡалабыҙҙа иҫәпләнгән 400-ҙән ашыу күп фатирлы йорттарҙың дөйөм биләмәләрен дезинфекциялауға бер нисә идарасы һәм подрясы ойошма эшселәре йәлеп ителгән.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: